Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя йәмле, йәшәп туйғыһыҙ!
Донъя йәмле,  йәшәп туйғыһыҙ! Ғүмер — Раббыбыҙ тарафынан бирелгән иң ҙур бүләк. Ошо һүҙҙәрҙе көн һайын ҡабатлайым һәм йәшәүҙән туймайым. Тормош ифрат матур бит: донъяларҙы йәмләп, көн дә ҡояш ҡалҡа, ҡоштар һайрай, баҫыуҙарҙа иген тирбәлә, ямғыр тамсылап уҙа, балалар шау-гөр килә…

Бына тағы йәмле яҙға аяҡ баҫтыҡ. Ҡояш нурына иркәләнеп, йәм-йәшел үлән шытып сыҡты. Димем, боҙон ағыҙып бөтөп, ты­ныс­ланып ҡалғандай… Ила­һи рәхәтлек! Йәшәгән һайын йәшәге килә!
Һәр көнөмдө Аллаһ Тәғәләгә шөкөрана ҡылып, иртәнге намаҙҙан башлайым. Үткән тормошомдо барлап алам. “Ауырлыҡҡа кем дә түҙә, бәхеткә түҙеп ҡара”, – тип йырлайҙар бит. Ысынлап та, ҡыйынлыҡтар әҙәм балаһын сыныҡтыра ғына икән. Уларҙы күп күрелде. Ике йәшлек сағымда атайымды, кулаклыҡта ғәйепләп, ҡулға алғандар. Әсәйемде өс балаһы – апайым, мин һәм 40 көнлөк кенә энем – менән өйөбөҙҙән ҡыуғандар. Башта мунсала торғанбыҙ, унан да сығарғас, туғандарға барып һыйынғанбыҙ. Балаларынан башҡа бер ние ҡалмаған ғәзиз әсәйемдең, хатта еҙ тасын да тартып алғандар. “Баланы йыуындырырға кәрәк бит, зинһар, ҡалдырығыҙ”, – тигәс: “Кулак көсөгөн эткә ырғыт”, – тип яуаплағандар. Хәлле кешеләргә ялланып эшләп, әсәйем беҙҙе үлемдән һаҡлап алып ҡалған. Бер йылдан һуң атайымдан хат килгәс, уның янына – Ханты-Мансиға – юлланғанбыҙ. Беҙҙе туғаныбыҙ оҙата барған.
Биш йылға хөкөм ителгән атайыма тыуған яғы Дәүләкәнгә ҡайтыуҙы тыйғандар. Рөхсәт һуңынан ғына бирелгән. Атайым да, әсәйем дә диндар булды. Ә ул осор – мәсеттәр емерелгән, мулла-мәзиндәр эҙәрлекләнгән мәл… Ауылға ҡайтыуына күп тә үтмәй, атайымды йәнә ҡулға алдылар. Яҡын иптәшенең сабыйына исем ҡушҡаны өсөн яҙылған ялыу нигеҙендә ун йылға хөкөм ителде ғәзиз кешебеҙ. Ә беҙ инде — “халыҡ дошманы” балалары. Пионерға ла, комсомолға ла алманылар. Ә ғәйепһеҙгә рәнйетелеүҙәр, кәмһетелеүҙәр…
Үткәндәрҙе уйлайым да атайым менән әсәйемдең түҙемлегенә хайран ҡалам. Уларҙың рух көсө беҙгә йәдкәр итеп бирелгән. Ҡәҙерлелә­ремдең бер-береһенә асыулы ҡара­шын һис ҡасан күрмәнем, ауыр һүҙ әйтешкәндәрен ишетмәнем. Татыу­лыҡ өлгөһө ине улар. Әл-хәмдү лил-ләһ, ун йыл мөҙҙәтен тултырып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтты атайым. Ауырлыҡ-һынауҙы еңергә доғалары, беҙҙе өҙөлөп һөйөүе ярҙам иткәндер, моғайын.
Мин дә күңелемдән гел аят-сүрә уҡып йөрөнөм. Матур тормош юлы үттем: мәктәптә уҡыттым, оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһы мөдире, тәрбиәсе булдым. Тырышлығым буш­ҡа китмәне. “Мәғариф алдын­ғы­һы” тигән маҡтаулы исемем, миҙал­дарым, маҡтау грамоталарым бар. Эшемдән дә, шәхси тормошомдан да уңдым. Хәҙер инде 88 йәштәмен, өс балам, һигеҙ ейән-ейәнсәрем бар. Дин юлында шөкөрана ҡылып, Хоҙайым биргән яҡты ҡояштан ләззәт алып, хуш еҫле үләндәрен сәләмәтлек өсөн файҙаланып йәшәйем. Кешеләргә, ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән балаларыма һоҡланып туймайым. Барыһына ла бәхет, сәләмәтлек теләп: “Бәндә­ләреңде ҡайғы-хәсрәттән һаҡла, Раббым”, – тип башлайым һәр көнөмдө.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һеҙгә әйтер һүҙем бар. Изгелекле, бер-берегеҙгә аяулы булығыҙ. Кемдер хаҡында әйтергә матур һүҙегеҙ булмаһа, өндәшмәй ҡалығыҙ, башҡаларҙан ғәйеп эҙләмәгеҙ. Һәр беребеҙ — Аллаһ бәндәһе. Раббыбыҙ йөрөр юлдарыбыҙға иман нуры һипһен. Хоҙай бүләк иткән ғүмерҙе һаҡлап, йәштәргә өлгө күрһәтеп, тормошобоҙға шөкөрана ҡылып, йән тыныслығында көн итәйек. Донъя шундай йәмле бит – йәшәп туйғыһыҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519