Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Диндең Еңеүҙәге өлөшө
– Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дингә иғтибар артҡаны хаҡында ишет­кә­нем бар. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙ­рәт?
Әнисә ЙОСОПОВА.
Шишмә ҡасабаһы.
– Бисмилләһир-рах­мә­нир-рахим!
Әс-сәләмү-ғә­ләй­күм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәт­ле ту­ған­дар! Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан сә­ләмләүемә ифрат шатмын. 9 Май – иле­беҙҙең һәр ке­шеһе өсөн ғәйәт әһә­миәтле көн. Әле еребеҙҙә ныҡ­лы баҫып тороуыбыҙ, балалар үҫтереүебеҙ, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡороп йәшәүебеҙ өсөн Аллаһ Тәғәләгә шөкөрана ҡылырға, Бөйөк Еңеү­ҙе яулауға үҙ өлөшөн индергән ата-бабабыҙға, тыл хеҙмәтсәндәренә сикһеҙ рәхмәтле булырға бурыслыбыҙ, хөрмәтле йәмәғәт.
Ысынлап та, Икенсе донъя һуғышы башланыу менән социалистик ҡоролошло илдә дингә ҙур иғтибар бүленә башлаған. Ниндәйҙер ауырлыҡ, хәүеф, ҡурҡыныс тыуһа, әҙәм балаһы шунда уҡ Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрә бит. Раббыбыҙҙан юғарыраҡ көс юҡлығы тап шундай ваҡыттарҙа беленә лә. Мәғлүм булыуынса, герман һуғышы башланғас, илебеҙ башлығы бар­лыҡ дин етәкселәрен саҡырып алып кә­ңәш­ләшкән, ерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн барса мөмкинлекте файҙаланыу кәрәклеген әйткән. Маҡсатҡа ярашлы “Ҡөрьән Кәрим”де, башҡа ди­ни китаптарҙы баҫып сығарырға рөхсәт ителгән. Был, әлбиттә, еңеүгә ынтылған кешелеккә рухи аҙыҡ булған.
Һуғыш йылдарында донъя күргән матбуғат баҫмаларында ла дингә ҙур урын бүленгән. Совет власының тыйыуына ҡарамаҫтан, мосол­мандарҙың күбеһе Аллаһ Тәғәләнән именлек һорап Ҡөрьән уҡыған, хәйер биргән, ғибәҙәт ҡылған. Башҡа диндәр вәкилдәре лә юғары көскә ышанысын юғалтмаған.
Бөйөк Еңеү – һәр кемебеҙ өсөн ҙур шатлыҡ, уртаҡ ҡыуаныс. Уның емештәрен ҡәҙерләп һаҡлаһаҡсы, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бер-бере­беҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булһаҡ, янъялға сәбәп эҙләп йөрөмәйенсә, татыу йәшәргә ты­рышһаҡ, изгелек итһәк, иншаллаһ, именлектең тамыры нығыныр, тармаҡланыуын дауам итер. Шул уҡ ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙә­ренең, тыл хеҙмәтсәндәренең ҡаһарманлығын онотмайыҡ. Уларҙың фиҙакәрлеге – илһөйәр­лектең иң ҙур өлгөһө. Ә Тыуған илде һөйөү – халҡыңдың, төйәгеңдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн үҙ өлөшөңдө индереү ул. Һуғыш йылдарын үткән быуын вәкилдәре, ошо бурысын юғары кимәлдә үтәп, илебеҙ именлегенә нигеҙ һалды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеү яулаған вете­рандарыбыҙ йылдан-йыл кәмей. Улар йәмғиәт тарафынан да, власть яғынан тейешле ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәргә хаҡлы. “Кем дә кем балаларға, йәштәргә мәрхәмәтле түгел, шулай уҡ өлкән йәштәгеләргә иғтибар бүлмәй икән, минең өммәтемдән булмаҫ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙҙең “Мосол­ман­дың ҡулынан да, теленән дә һис кем зыян күр­мәҫ” тигән хәҙисен дә күңелдән сығар­майынса, Аллаһ Тәғәлә тарафынан бер тапҡыр ғына бирелгән ғүмерен илгә именлек яулауға бағыш­лаған өлкән быуын вәкилдәрен онот­майыҡ, иҫәндәренең ҡәҙерен беләйек, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр. Әйткәндәй, Башҡортостан мосол­ман­дарының Диниә назаратында бөгөн йома намаҙынан һуң уҡылып Ҡөрьән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан барлыҡ ҡаһар­ман­дарыбыҙҙың рухына бағышлап, иҫәндәренә – һаулыҡ, илгә именлек теләп доға ҡыла. Мөфтиәттең фарманы буйынса бындай ғибәҙәт республиканың барлыҡ мәхәлләләрендә лә ҡылы­на. Баҡыйлыҡҡа күскән ҡаһар­ман­дарыбыҙ­ҙың рухы яҡты, әле арабыҙҙа йәшәгән вете­рандарыбыҙҙың сәләмәтлеге ныҡлы, күңеле бөтөн булһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509