Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ишеге һәр саҡ асыҡ булһын”
“Ишеге һәр саҡ асыҡ булһын” Ауылда “Мөхәммәтсафа” мәсетен асыу ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әйләнде. Күптәр “илдә – көрсөк” тип көйәләнгәндә, кейекбайҙар, “ыһ” та итмәй, ике яңы бина (иман һәм урындағы хакимиәт йорттары) төҙөп, күңелде ғәфләт баҫмаһа, замандың ниндәйендә лә бынамын итеп йәшәп булыуын иҫбатлап та ҡуйҙы.

Ауылға йәм, ҡот биреп ултырған Аллаһ йортон төҙөүгә эшҡыуар Азамат Сафин көсөн дә, аҡсаһын да, ваҡытын да йәлләмәне. Уның ҙур тырышлығына бәйле асылған өсөнсө мәсет был. Йүнсел әлеге иман йортона диндар олатаһының исемен биргән. Азаматтың атаһы Әхәт ағай Сафин әйтеүенсә, Мөхәммәтсафа Ишмөхәмәтов – Каруанһарайҙа ғилем алған, Бөрйән ерендә иман таралыуға ҙур көс һалған шәхес.
Иман йортон асыу тантанаһына райондан ғына түгел, республиканың төрлө төбәктәренән, хатта Мәскәү ҡа­лаһынан да килделәр. Сара башын­да Кейекбай ауыл Советы хакимиәте баш­лығы Илшат Сәйфетдинов эшҡ­ы­уар Азамат Сафинға, шулай уҡ “Башрегионстрой” йәмғиәтенән Ирек Әхмәҙуллинға Рәхмәт хаттары тапшырҙы, изге йортто төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә халыҡ исеменән иң изге теләктәрен еткерҙе.
Райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов Ҡөрьән аяттары бағышлағас, хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов һүҙ алды.
“Ишеге һәр саҡ асыҡ булһын”– Бөрйәндә хәҙер 20-нән ашыу мәсет эшләй, – тине ул. – Яңы Усманда хатта ике иман йорто бар, бөгөн бына кейекбайҙар ҙа ошондай икеләтә шатлыҡ кисерә. Тиҙҙән Яңы Собханғолдағы мәсет тә ишектәрен асыр, Ҡурғашлы, Нәби ауылдары халҡы ла Аллаһ йорто төҙөү ниәте менән яна. Белеүегеҙсә, уҙған йәй мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтул­лин ҡатнашлығында район үҙәгендәге “Фурҡан” мәсетенә нигеҙ ташы һалынды.
Иман йорттары йәш быуынды тәрбиәләү үҙәге лә булһын ине. Уларға изге ниәт менән аяҡ баҫҡан халыҡ дини ғилем, рух көсө, күңел сафлығы алып сыҡһын. Мәсеттәрҙең ишеге һәр саҡ асыҡ булһын.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов иһә, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмә­туллиндың сәләмен еткереп, халыҡты шатлыҡлы ваҡиға уңайынан ихлас ҡотланы, иманлы булырға, берҙәм йәшәргә әйҙәне.
Ҡот сәсеп, нур бөркөп торған мәсеткә хәйер аҡсаһы ла, бүләктәр ҙә мул төштө. Һәр кем изге теләктәрен еткерергә, эш башлаясаҡ иман йортоноң матди хәленә үҙ өлөшөн индерергә ынтылды. Өйлә намаҙы уҡылғас, халыҡ ҡорбан ашы янында аралашыуын дауам итте.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512