Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тупһаһына саң ҡундырмайыҡ!
“Был манара таш нигеҙгә түгел,
Башҡорт һөйәгенә ултырған”.
Рауил Бикбаев.

Билдәле булыуынса, Ырымбур генерал-губернаторы В.А. Перовский 1836 йылдың 20 апрелендә башҡорт һәм мишәр кантондары етәкселәренә ҡалала Башҡорт йәмәғәт йорто йәки Каруанһарай төҙөргә ҡарар итеүен белдерә. Ни өсөн тигәндә, хәрби эш буйынса Башҡортостандан килеп йөрөгән кантон етәкселәренә, уларҙың ярҙамсыларына ҡалала туҡтарлыҡ урын булмай.

Әйткәндәй, В.А. Перовский баш­ҡорттарға ҡарата айырыуса ихти­рам­лы булған, сөнки 1812 – 1814 йыл­­дарҙағы Ватан һуғышында беҙ­ҙең ата-бабалар ҙур батырлыҡтар күрһәткән. Бородино һуғышы яланында яраланған килеш фран­цузд­арға әсиргә эләккән һәм Парижда төрмәлә ултырған В.А. Перовскийҙы тап беҙҙең һыбайлыларҙың тот­ҡонлоҡтан азат иткәне билдәле. Баш­ҡорттар уға ҙур хөрмәт менән ҡарай, хатта “Перовский” тип атал­ған киң билдәле бейеү ижад итә.
Каруанһарай, данлыҡлы архитектор А.П. Брюлловтың проекты бу­йын­са көнсығыш-азиат стилендә тө­ҙө­лөп, тирмәле башҡорт ауылын хәтерлә­тергә тейеш булған. Комплекста ғәс­кәр етәкселегенә, баш­ҡорт, мишәр хәрбиҙәренә ҡунаҡхана, уларҙың балаларын төрлө һө­нәр­ҙәргә уҡытыу өсөн мәктәп, шулай уҡ мәсет һәм уның тирә-яғында баҡ­салар урынлаштырыу план­лаш­ты­рылған. Һөҙөм­тәлә башҡорт халҡы тарафынан иғә­нә йыйылған, тө­ҙөлөштә меңәрләгән мил­ләт­тәшебеҙ ҡатнашҡан. Әйткән­дәй, 1838 йылда ғына майҙан ок­тябргә тиклем 4 861 атлы, 2 307 йәйәүле кеше эшләгән. 1846 йылдың 30 авгусында Каруан­һарай тантана­лы асылған. Уның хөрмәтенә үткә­рел­гән байрамда 25 саҡрым алыҫ­лыҡҡа ат сабыштырыу һәм көрәш ойошто­ролған.
Әммә 1865 йылда Баш­ҡорт­остан­да кантондар бөтөрөлә, баш­ҡорт ғәскәре тарҡатыла, һәм башҡорттар хәрбиҙән ябай граждан ҡатламына күсерелә. Ошонан башлана ла инде милләттәштәребеҙҙең үҙе төҙөгән Каруанһарайға бәйле михнәттәре. Комплекс губернатор кәнсәһенә һәм башҡа ҡайһы бер ойошмаларға тапшырыла. Шул замандағы генерал-губернатор Н.А. Крыжановский Кару­ан­һарай мәсетен икен­се ергә күсертергә тырыша, йә­нәһе, хөкүмәт учреждениелары эшенә дини бина уңайһыҙлыҡтар килтерә. Бының ме­нән риза булмаған мосолмандар 10 мең ҡултамға йыя. Эштә айырыуса Өфө губернаһына ҡараған Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре халҡы әүҙемлек күрһәтә.
1917 йылғы революцияһынан һуң башҡорт зыялылары Каруанһарайҙы халыҡҡа ҡайтарыуҙы талап итә башлай. Ошо мәсьәлә буйынса дәү­ләт­тең юғары органдарына мө­рә­жәғәт итеп, ыңғай яуап алалар. Һөҙөмтәлә Каруанһарайҙа Башҡорт үҙәк шу­раһы, педагогия институты (һуңынан ул техникумға үҙгәртелә) асыла. Лә­кин Ырымбур ҡалаһы етәкселәре баш­ҡорт ойошмаларын Ка­ру­ан­һа­рай­ҙан нисек тә ҡыҫырыҡлап сы­ға­рыр­ға маташа һәм маҡсатына өлгәшә.
Педагогия техникумы 1936 йылда Темәскә күсерелә. Каруанһарайҙа иһә хәрбиҙәр урынлаша. Бинаны 1960 йылдан ошоғаса геология идаралығы биләй. Мәсеттә 1954 йылда планетарий ойошторолған.
СССР-ҙағы тоталитар режим ва­ҡытында Каруанһарай тураһында бер һүҙ ҙә ҡуҙғатып булмай. Тик 80-се йылдар аҙағында, илдә демократик һәм милли хәрәкәттәр башланған осорҙа, бинаны үҙ хужаһына – баш­ҡорт халҡына – кире ҡайтарыу йә­һә­те­нән эш башланды. Ләкин һаман да ныҡлы алға китеш юҡ, бары мәсет кенә мосолман ҡәр­ҙәш­тә­ребеҙгә бирелде. Әле уның имам-хатибы – Баймаҡ районының имам-мөхтәсибе булып эшләп киткән Хөрмәтулла хәҙ­рәт Буранбаев. Ул яҡташтары менән һаман да тығыҙ бәйләнештә. Уҙған йыл аҙағында райондың дин әһел­дәрен үҙҙәренә ҡунаҡҡа ла саҡырҙы. Шулай итеп, быйыл 45 кешенән торған делегация Ырым­бурға юлланды. Сәфәр тәьҫорат­тары менән уртаҡлашып, Баймаҡ районы имам-мөхтәсибе Хәмзә хажи Хафизов түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
– Эш ыңғай булды, әл-хәмдү лил-ләһ. Баймаҡ районында 56 мәсет бар, сәфәр алдынан уларҙың имам-хатиптарына бер иш еләндәр һәм сәлләләр тектерҙек. Беҙҙең заказды Баймаҡ­тағы “Фантазия” ательеһы хужа­би­кәһе Әнисә Байрамғолова ярҙамсыһы Миләүшә Ғәлина менән тиҙ һәм сифатлы итеп үтәне. Автобус яллауҙа Баймаҡ районы хаки­миә­те етәкселеге ярҙам итте.
Ырымбурға килеп еткәс, беҙҙе урындағы ҡоролтай ағзаһы Ғәйфул­ла Агишев ҡаршы алып, Каруан­һа­райға оҙатты. Быуаттар дауамында баш­ҡорттарҙың изге йорто булған, Рәсәй империяһын Көнсығыш ил­дәре менән бәйләп торған тарихи бинаға ҙур тулҡынланыу менән аяҡ баҫтыҡ. Мәсеттең имам-хатибы Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев бик йылы ҡаршы­ланы. Күмәкләп өйлә намаҙын уҡы­ныҡ. Түбәнге Яйыҡбай мәсете имам-хатибы, Ниғәмәт урта мәктәбе уҡытыусыһы Рауил Хә­сәнов менән икәүләп ҡурайҙа “Урал” көйөн – башҡортобоҙҙоң гимнын – уйнаныҡ.
Төштән һуң ҡала буйлап экскурсияла йөрөгәс, Ырымбур өлкәһенең Үҙәк мәсетендә икенде намаҙын уҡыныҡ. Данлыҡлы “Хөсәйениә” мәҙ­рәсә­һенең иман йортонда аҡшам намаҙын үтәгәс, ҡаланың бай музейын ла ҡараныҡ.
Икенсе көндө Ырымбур өлкә­һе­ мөфтөйө Барый хәҙрәт Хәйрул­лин ме­нән осраштыҡ. Унан аяттар уҡып, са­лауат әйтеп, доғалар ҡылып, мә­сеттең һәм Каруанһарайҙың тарихы менән ныҡлап танышып, ҡу­наҡ­тар китабына ҡул­там­ға­ларыбыҙ­ҙы ҡуйып, хужа­лар­ға рәхмәттәр әйтеп, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Араның алыҫлығы һиҙелмәне лә, сөнки Ҡарамалы ауылының элекке имам-хатибы – 80 йәшен билдәләгән Ғүмәр ағай Харрасов – мөнәжәттәр башҡарҙы, уға Байыштан Салауат ағай Тажетдинов, Ишбирҙенән Вафа ағай Ғайсин, Шүлкәнән Юламан ағай Раев ҡушылды.
Изге сәфәрҙе ойошторған Хәмзә Хафизов тураһында айырым әйтеп китеү урынлы булыр. Ул 2008 йылда хаж ҡылған. Өфөләге Рәсәй Ислам университетының “Ғәлиә” мәҙрә­сә­һендә ситтән тороп белем алған. Мерәҫ ауылына имам-хатип итеп тәғәйенләнгәс, ундағы мәсетте үҙ аҡсаһына яңыртты. Былтыр 1 ноябр­ҙә Баймаҡ районының имам-мөх­­тәсибе итеп тәғәйенләнде һәм, кү­ре­үебеҙсә, вазифаһын бик изге эштәр менән башлап ебәрҙе.
Мөхтәррәм милләттәштәр, бай­маҡ­тарҙың күркәм башланғысына беҙ ҙә ҡушылайыҡ, ата-бабабыҙ ти­рен, хатта ҡанын түгеп эшләгән Ка­ру­анһарайға сәфәрҙәр ҡылайыҡ, туп­һаһына саң ҡундырмайыҡ. Йорт­тоң үҙ хужаһына – башҡорт халҡына – ҡайтарылырына ышанайыҡ, шу­ның өсөн көрәшәйек. Әйткәндәй, Сибай башҡорттары ҡоролтайының баш­ҡарма комитеты һәм ҡаланың тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллективтары яҡын арала Каруанһарайға сәфәр ҡылыу тура­һында килеште.

Ирек БИКМӘТОВ,
Сибай башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Мерәҫ ауылының почетлы гражданы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513