Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һыу уртланым тип уйла ла өндәшмә”
– Ирем ауыл мәсетенә йөрөй башлағас, ныҡ ҡыуанғайным. Әммә ул тора-бара миңә ҡарата ҡатылыҡ күрһәтергә тотондо. “Мосолман ир ҡатын-ҡыҙҙы ныҡ тоторға тейеш”, – тип иҫбатлай. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Әлиә.
Белорет районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Исламда “ҡатынды ныҡ тотоу” тигән талап та, ундай төшөнсә лә юҡ. Гүзәл зат һәр яҡлап иғтибар тойоп, иренең арҡаһына “ышыҡланып”, ыҙалыҡ күрмәй йәшәргә тейеш. Ошондай күркәм мөнәсәбәт уға йорттоң йәме булыу, тәртипле балалар үҫтереү мөмкинлеген бирә.
Ғөмүмән, Ислам ҡатын-ҡыҙҙы юғарылыҡҡа күтәрә. Әйтәйек, беҙҙең дин таралғанға тиклем Ерҙә көсһөҙ заттың мираҫ алыу мөмкинлеге булмаған. Ә “Ҡөрьән Кәрим”дә хатта ки ҡатын-ҡыҙҙың бурыстары, хоҡуҡтары билдәләнгән айырым сүрә (“Ән-Ниса”) бар. Унда мираҫ, ғаилә ҡороу, тормош көтөү, кешеләр менән мөнәсәбәт ҡороу һәм башҡа мәсьәләләр аныҡ зекер ителгән. Бөтөн ризыҡ, үлән, иген, емеш тупраҡта үҫә бит, шуның шикелле ҡатын-ҡыҙға нәҫелде, кешелек донъяһын, күркәм тәрбиә ҡанундарын дауам итеү бурысы ҡуйылған. Һуңғы йылдарҙа тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә башланы. Ни өсөн? Билдәле: ерҙе, уның уңдырышлылығын, таҙалығын һаҡламаһаҡ, унда үҫкән ризыҡтан ни көтөргә ҡала? Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, киләсәгебеҙҙе тыуҙырған, тәрбиәләгән әсәләр ҙә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, ихтирамға лайыҡ булырға тейеш. Гүзәл заттың тән һәм рухи сәләмәтлеген ҡайғыртмаһаҡ, улар аҡыллы, әхлаҡлы, һөнәрле, илһөйәр, телһөйәр балалар үҫтерә алмаҫ.
Ир менән ҡатындың мөнәсәбәттәренә килгәндә, әлбиттә, тормош булғас, ҡаршылыҡтар осрамай тормай. Шуның өсөн һәр ваҡыт бер-береңде аңлау, ҡубырға әҙер ыҙғышты тиҙ арала яйға һалып ебәрергә тырышыу зарур. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең: “Ҡатын-ҡыҙға изгелекле булығыҙ. Ул бөгөлөп торған ҡабырғанан яһалған. Әгәр был ҡыйыш­лыҡты турайтырға тырышһағыҙ, һындырыр­һығыҙ. Ә инде шул килеш ҡалдырһағыҙ, кәкрелек бөтмәҫ. Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙы аңлау, уға ҡарата сабыр, изгелекле булыу мөһим”, – тигәнен онотмайыҡ. Гүзәл зат үҙе лә йәрен иғтибарҙан айырмаҫҡа тейеш. Был йәһәттән бер сәхәбә ҡатынының кейәүгә оҙатҡан ҡыҙына әйткән һүҙҙәрен еткерәйем: “Иреңә ер икәнһең, ул һиңә күк булыр”. Темаға бәйле хикмәтле хикәйәт тә бар. Йәш ҡатын имамдан кәңәш һорарға килгән. “Ғаиләбеҙҙә һәр саҡ шау-шыу, ирем менән бер-беребеҙҙе аңлай алмай, ирешәбеҙ ҙә китәбеҙ”, – ти икән. Хәбәрҙе башынан аҙағынаса иғтибар менән тыңлаған имам ҡатынға бер һауыт биргән. “Эсенә файҙалы һыу тултырҙым, – тигән ул. – Иреңдең ирешергә уйлағанын һиҙһәң, ошоно уртыңа тултыр ҙа көт – талаш башланмаҫ. Файҙалы һыу йортоғоҙға тыныслыҡ алып килер”. Ысынлап та, шулай булған, ир менән ҡатын татыу йәшәй башлаған. Ләкин тора-бара һауыттағы һыу төбөнә еткән. Ҡурҡыуға ҡалған ҡатын имамға йүнәлгән. “Һыуым бөтөп бара, ни эшләрмен?” – тип борсолоуын белдергән. “Миндә лә юҡ шул, – тип хәйләләгән имам. – Ә һин борсолма, элеккесә һыу уртланым икән тип уйла ла өндәшмә”.
Был йәһәттән халҡыбыҙҙа “Өндәшмәү – ал­тын”, “Сабыр иткән – моратына еткән” һәм башҡа хикмәтле һүҙҙәр бар. Уларҙы тормошобоҙға нигеҙ итеп алып, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, аңлап йәшәргә яҙһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.












Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518