Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Исламға таянып ғүмер иттек”
“Исламға таянып ғүмер иттек” “Йәшәү көсөн ҡайҙан алаһығыҙ?” – ­тигән һорауға Шәйхетдиновтар: “Динебеҙҙән!” – тип яуап бирҙе. Алтмышты уҙған өлкәндәр йәштәрҙәй дәрт-дарман менән гөрләтеп донъя көтә.

64 йәшлек Зариф Шәйхетдинов алты йыл элек таҡта бысыу цехы асҡан, урманда ағасты үҙе йыға. Егеттәрҙәй етеҙ ир-уҙаман өҫтәүенә егерме баш умарта тота. Һәр иртә бал менән сәй эсеү тәнгә сихәт, көс-дарман бирә тигән фекерҙә ул.
– Урман хужалығында эшләй инем, хаҡлы ялға сығыр алдынан ғына ҡыҫҡартыуға эләктем, – ти Зариф Шакир улы. – Хәрәкәттә – бәрәкәт: ҡул ҡаушырып ултыра алмайым. Аяҙтамаҡта оҙаҡ йылдар ябыҡ торған таҡта ярыу цехын һатып алып, үҙ эшемде астым.
– Ниңә ярҙамсылар алмайһығыҙ? Үҙегеҙгә генә ҡы­йындыр бит, – тип ҡыҙыҡһындым әңгәмәсемдән.
– Барлыҡ эште үҙем башҡарырға ғәҙәтләнгәнмен. Көс барҙа кеше яллап ултырыу килешмәҫ.
Бер-береһен бала саҡтан белгән Сания менән Зариф Шәйхетдиновтар 38 йыл элек өйләнешкән, дүрт бала үҫтергән. Өйҙәрендәге китаптар араһында дини йөкмәтке­леләре айырыуса күп.
– Атай-әсәйем Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ышанып йәшәне, беҙҙе лә шуға өндәне, – ти Зариф Шакир улы. – Әле ауыл­дар­ҙың байтағында эшһеҙ­лек хөкөм һөрә, күптәр эскелеккә бирелә. Аҡса табыу өсөн урлашыу, хатта үлтереүгә ҡә­ҙәр барып етеү осраҡтары тура­һында мәғлүмәт саралары аша йыш ишетеп торабыҙ. Бындай хәлдәрҙең нигеҙендә динһеҙлек ята. Аллаһ Тәғә­ләгә инанған әҙәм балаһы бит үҙ кө­сөнә таянып йәшәй, тырышып хеҙ­мәт итә, башҡаларға ҡарата иғти­бар­лы, ихтирамлы була. Ә хәҙерге ғаиләләрҙең күбеһе балаһын эшкә өйрәтмәй, уның күңелендә ихтыяр көсө тәрбиәлә­мәй. Һөҙөмтәлә ауыл­дар­ҙың киләсәген кем ҡулына ышанып тапшырырбыҙ? Кешене бит хеҙ­мәт хөрмәтле итә. Ә бөгөнгө ауылдарҙа һәр төрлө кәсепте киң йәйелдерергә мөмкин. “Эш юҡ” тип һуҡраныу мосолманға һис тә килешмәй.
Сания Мөбәрәк ҡыҙы ла иренең һүҙҙәрен ҡеүәтләне.
– Ислам дине ғүмер буйы таянысым булды, – ти ул. – Ураҙа тотам, көндәлек биш намаҙымды ҡалдырғаным юҡ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518