Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәләлдең иң ситендә торған ғәмәл – талаҡ
– Ирем менән айырылыштыҡ, балалар миндә ҡалды. Элекке хәләл ефетемдең мираҫ бүлешергә хоҡуғы бармы?

Мәрйәм.

Баймаҡ районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кә­рим”­дең “Ҡатындар” сүрә­һен­дә ғаилә, мираҫ мәсьә­ләләре, ижти­мағи мөнә­сәбәт­тәр асыҡтан-асыҡ киң итеп бәйән ителгән. Уның буйынса бар­лыҡ матди тәьминәт ир-атҡа йөкмәтелә. Ғаилә ағзаларын аша­тыу-эсереү, ке­йен­дереү, йәшәү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу, балаларға ғилем биреү – барыһы ла көслө зат иңендә. Әгәр ҙә ки ҡатын-ҡыҙ ҙа эшләй икән, ул табышын үҙе өсөн генә файҙаланыу хоҡуғына эйә. Ғаилә ҡаҙнаһына ҡушырға теләй икән – ихтыяры.
Донъя булғас, әлбиттә, ҡайһы саҡта ҡатын менән ирҙең мөнәсәбәттәре боҙолоп тороуы ихтимал. Хатта ки айырылышыу сигенә килеп еткәндәр була. Бындай ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҡыҙыулыҡ менән яңылышлыҡ ҡы­лыуҙан һаҡланыу зарур. “Хәләлдең иң ситендә торған ғәмәл – талаҡ, йәғни айырылышыу”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сә­ләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ғаиләнең тарҡалыуы бит ир менән ҡатынға ғына ҡа­ғылмай, ә ике яҡтан да туғандарҙы, яҡындар­ҙы, дуҫтарҙы ялмап ала, айырыуса балалар ҙур көсөргәнеш кисерә. Ошондай ауыр мәлдә һәр кемгә айыҡ аҡыл талап ителә. Ике яҡтан да вәкилдәр ултырып, ошо ғаиләне һаҡлау йәһәтенән фекерҙәрен әйтеп, ир менән ҡатын­ды яраштырыу юлдарын эҙләргә тейеш.
Нисек кенә тырышҡан хәлдә лә, айырылы­шыуҙан ҡасып булмаһа, Ислам ҡануны буйынса бала атаһының тәрбиәһендә ҡалырға тейеш. Кире осраҡта ҡатынға икенсе иргә сығыуы ауырға төшөр ине. Ә былай әсәй кеше балалары менән күрешеп йөрөй ала, уны тыйыу юҡ.
Мираҫ мәсьәләһенә килгәндә, бөгөнгө йәм­ғиәттә уны суд хәл итә. Был процедураның үҙ ҡағиҙәләре бар. Бала өсөн түләнгән али­менттың да миҡдары билдәләнгән. Ләкин, нисек кенә булмаһын, ғаиләне һаҡларға тырышырға кәрәк. Атай-әсәй ҡосағында үҫкән бала бөтөн күңелле була, ул киләсәктә үҙе лә шундай күркәм тормош ҡорорға ынтыласаҡ. Ә илебеҙҙең яҡты киләсәге – тап ошондай ғаиләләрҙең ҡулында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиҙ генә өйләнешеп, аҙаҡ шундай уҡ йылдамлыҡ менән айырылышҡан йәштәрҙең күбәйә барыуы күңелдә ҙур хәүеф уята. Борон-борондан килгән тәрбиә ҡанундарына тоғролоҡ һаҡлаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. “Никах – минең сөннәтем”, – тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ғаиләне һаҡларға тырышайыҡ, ҡыйын ваҡыт­тарҙа ла айырылышыуға барып етмәйенсә, сабырлыҡ һаҡларға, аҡыл менән эш итергә ынтылайыҡ. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә яҡын­дарыбыҙға иғтибарлы, ихтирамлы бу­лырға, ошондай мөхиттә күмәк бала үҫтереп, уларҙы тулы ғаиләлә тәрбиәләргә насип ҡылһын, илебеҙ имен торһон, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бә­рәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518