Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Әҙәм һәм Һауа Аллаһ Тәғәлә Ергә урынбаҫарын ебәреү хаҡындағы ҡарарын еткергәс, фәрештәләр: “Әҙәм балаһы унда төрлө башбаштаҡлыҡ ҡылыр, ҡан ҡойор, дошманлыҡ орлоҡтары сәсер бит, – тип борсоулы уйын белдерә. – Ә беҙ, Раббым, Һине данлайбыҙ, ғибәҙәттәреңде өҫтөн ҡуябыҙ...” Был һүҙҙәргә Аллаһ: “Мин һеҙ белмәгәнде беләм”, – тип яуап бирә. Раббыбыҙҙың әйткәне “кешелектең барлыҡҡа килеү маҡсатын яҡшы беләм” тигән төшөнсәне бирә.

Аллаһ Тәғәлә Әҙәмде үҙе яралта. “Мин кешене ҡуйы һәм төҫөн үҙгәр­теүсән балсыҡтан ҡойоп яһайым, – ти фәрештәләренә. – Тейешле һынды эшләгәс, уға Үҙемдең йәнемде өрәм. Алдында хөрмәт менән баш эйегеҙ”. Барлыҡ фәрештәләр әйтелгәнде үтәй. Иблис кенә уларға ҡушылыуҙан баш тарта. “Эй, Раббым, Һин мине – уттан, ә әҙәм балаһын балсыҡтан бар иттең. Уның алдында баш эйәһем юҡ”, – тип тәкәбберлек күрһәтә. Бы­ның өсөн Иблис Аллаһ Тәғәләнең мәң­гелек асыуына дусар була. “Үҙең­де һәм Әҙәмдең һине тыңлаған тоҡомдарын тамуҡтың мәңгелек хө­кө­мө көтә, – ти Раббыбыҙ. – Ә Минең ҡолдарымды үҙеңә әүрәтә алмаҫ­һың”.
Әҙәм балаһы йәннәттә һис тә тын­ғылыҡ таба алмаған. Яңғыҙлыҡтан күңеле һыҙлаған. Ә бер саҡ уянып китһә, баш осонда бер кеше ултыра икән (Аллаһ уны Әҙәмдең ҡабырға­һынан яһаған). “Кем һин?” – тип һо­раған Әҙәм. “Мин – ҡатын”. “Ни өсөн яратылдың?” “Һиңә йыуаныс булыр өсөн”.
Анабыҙ Һауаның шулай ҡабыр­ға­нан яратылыуына бәйле пәйғәмбә­ребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм аҙаҡ ошондай һүҙҙәр әйткән: “Ҡатын-ҡыҙға изгелекле булығыҙ. Ул бөгөлөп тор­ған ҡабырғанан яһалған. Әгәр был ҡыйышлыҡты турайтырға тырышһа­ғыҙ, уны һындырырһығыҙ. Ә инде шул килеш ҡалдырһағыҙ, кәкрелек бөтмәҫ. Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙы аңлау, уға ҡарата сабыр, изгелекле булыу мөһим”.
Аллаһ Тәғәлә Әҙәм менән Һауаға йәннәттә бер ағастыҡынан башҡа барлыҡ емеште ашарға рөхсәт иткән. Ҡөрьәндә был тыйылған аҙыҡтың исеме аталмаған, сөнки уны белеү­ҙән һис кемгә файҙа булмаҫ, тип ҡарар ителгән. Әҙәм менән Һауаның бәхетенә көнләшкән Иблис уларҙы барлыҡ бәрәкәттән мәхрүм итеү маҡ­сатында хәйләкәр план ҡорған. Һө­ҙөмтәлә ир менән ҡатын, шайтан ҡот­ҡоһона бирелеп, тыйыл­ған емеш­тән ауыҙ иткән. “Быны эшләргә яра­ма­ғанлығы хаҡында әйтмәнемме? Шайтандың һеҙгә дошман икәнлеге, изгелек теләмәгәнлеге тураһында белдермәнемме?!” – тип шелтә бел­дергән Раббыбыҙ. Әҙәм менән Һауа гонаһтарын ғәфү итеүҙе үтенеп, Ал­лаһҡа тәүбә ҡылған. “Һеҙ Ергә төшәһегеҙ. Уның рәхәтлеге менән үлгәнгә тиклем файҙаланырһығыҙ”, – тигән Раббыбыҙ. Ошолай Әҙәм ме­нән Һауаға, шулай уҡ Иблискә йән­нәт­те ҡалдырырға бойорола. Бер-бе­реһенә дошман булараҡ, улар һәр ваҡыт үҙ-ара көрәш алып барасаҡ.
Ергә төшөп, бөтөнләй икенсе тормош башлаған Әҙәм менән Һауаның Хабил менән Ҡабил исемле улдары хаҡында хикәйәт бар. Ғәрәп тарих­сы­һы Мөхәммәт ибн Исхаҡтың (922 – 1005) әйтеүенсә, ғаилә башлығы ба­ҡыйлыҡҡа күсер алдынан улы Шисҡа тәүлектең төрлө мәлендә ниндәй до­ғалар ҡылырға кәрәклеген аңлатҡан. Ғөмүмән, Әҙәмдең барлыҡ тоҡомо ошо улынан таралған тип раҫлана. “Шис” һүҙе “Аллаһтың мәрхәмәте” тигән төшөнсәне бирә.
Ислам ғалимы, хоҡуҡ белгесе Ибн Касир (1301 – 1373) билдәләгәнсә, Әҙәм ғәләйһис-сәләм йома көндө баҡыйлыҡҡа күскән. Фәрештәләр йән­нәттән уны бәлзәмләү өсөн матдә, кәфен алып килгән. Мәйетте йыуып, төрөп, бәлзәм менән эшкәрткәндәр. Унан ерҙә соҡор ҡаҙғандар. Янында доға ҡылып, мәйетте ҡәбергә төшөр­гәндәр ҙә ер менән ҡаплағандар. “Эй, Әҙәм балалары! – тип өндәшкән улар кешеләргә. – Ерләү йолаһы ошолай була, шулай дауам итергә тейеш­һегеҙ”.
Әҙәм баҡыйлыҡҡа күскәс, уның юлын өҙмәү бурысы улы Шискә тапшырыла. Артабан был сылбырҙы быуындың йәш вәкилдәре Ануш, Кайнин, Михлайил, Йард һәм башҡалар дауам итә.

“Пәйғәмбәрҙәр хаҡында тарихтар (Әҙәмдән Мөхәммәткә тиклем)” тигән китаптан тәржемә ителде.

(Төрлө пәйғәмбәрҙәр тураһындағы яҙмалар “Иман” махсус битенең киләһе һандарында ла дауам итәсәк).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 090

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518