Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Изгелек өләшеп йәшәйек”
“Изгелек өләшеп йәшәйек” “Их, эш менән сәйәхәтте берләштереп булһын ине…” Мәктәптә уҡыған ваҡытында уҡ ошондай хыял менән яна Аэлита Вәлиева. Зәңгәр күккә ҡарай ҙа уйҙар диңгеҙенә сума…

Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән ҡа­ла­һында икенсе бала булып донъя­ға килә ул. Урта мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлағас, Өфөгә юл тота. БДУ-ға уҡырға инеп, эколог һөнәрен үҙләштерә башлай. Тын­ғы­һыҙ башҡорт ҡыҙы бер үк ва­ҡытта эшләп тә йөрөй, бармендар мәктәбен тамамлай, водитель та­ныт­маһын ала. Университетта уҡып бөтөр алдынан Америкаға барып, иң ҙур теләген дә тормошҡа ашы­ра: Ниагара шарлауығын күреп ҡайта.
Тап ошо осорҙа, диплом яҡларға йөрөгәндә, Аэлита “Стюардессалар йыябыҙ” тигән реклама күреп ҡала. Күптәнге хыялы бит был: эшләп тә, сәйәхәт итеп тә буласаҡ! Ләкин инглиз телен тейешле кимәлдә бел­мәй бит әле… Шулай ҙа аптырап ҡалмай Аэлита: дәреслектәр ала ла өйрәнә башлай. “Ниҙелер баш­ҡа­рырға ниәт иткәнһең икән, оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, тиҙ арала тото­норға кәрәк”, – ти ул әле лә. Ошондай принцип менән Аэлита инглиз телен үҙаллы тиҙ генә өйрәнеп ала. Конкурсҡа юллана һәм еңеп сыға!
– Шулай стюардесса булып эш­ләй башланым, – тип хәтерләй ҡыҙ. – Тәүҙә Рәсәйҙә генә йөрөттөләр. Ә минең Африкаға осҡом килә ине. Бының өсөн иһә инглиз телен юға­ры кимәлдә белеү талап ителде. Һөҙөмтәлә ҡулға тағы ла китап ал­дым. Маҡсатыма өлгәшкәс, “Ютэйр” авиакомпанияһының төп офисына (ул Сорғот ҡалаһында урынлаш­ҡан) эшкә күстем. Уның аша контракт буйынса Африка­лағы Судан дәүләтендә эшләйем.
Башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрен яҡшы белгән Аэлита был мосолман илендә ғәрәпсә өйрәнә, дингә ылы­ға, намаҙ уҡый башлай. Быйыл ураҙа тотҡан.
– Суданда ысын аслыҡ-яланғас­лыҡты, ярлылыҡты күрҙем, – ти ул. – Был уңайҙан ифрат ауыр кисе­рештәремде еңелерәк үткәрергә дин ярҙам итте. Мәрхәмәтлелек ме­нән шөғөлләнәм, мәсеттәргә китаптар таратам. Бында хатта һыу һа­тып алырға аҡсаһы булмаған­лыҡтан урамда сарсап йөрөгән етем-еһер күп. Эргәләренән тыныс ҡына үтеү мөмкин түгел. Уларға гел һыу һатып алып бирергә тырышам.
Әхирәтем Гөлнара менән Аф­рика­ның балалар йорттарына кә­рәк-яраҡ алырға ярҙам итәбеҙ. Ундай учреждениелар Рәсәйҙә­ге­нән ныҡ айырыла. Кәртәләп алын­ған биләмә эсендә ауырыуы ла, һауы ла бергә тәрбиәләнә. Ун ба­лаға – бер карауат, шуға күрә сират буйынса йоҡлайҙар. Тәрбиә, дарыу етмәгәнлектән, ҡортлап, себенләп бөткән ҡайһы бер балаларҙың беҙ­ҙең эргәгә килергә тартынып, мө­йөшкә генә һырынып торғанын һәм башҡа йөрәк әрнеткес хәлдәрҙе күргәндән һуң тормошҡа ҡарашым ныҡ үҙгәрҙе. Әҙәм балаһына дин кәрәк, йәшәүгә төп көстө ул бирә.
Эшемә килгәндә, стюардесса хеҙ­мәте ситтән ҡарағанда күптәргә еңел тойолалыр. Улай түгел. Һәр пассажир өсөн ҙур яуаплылыҡ то­йоу, осош нисә генә сәғәткә һуҙыл­ма­һын, гелән аяғөҫтө тороу, кү­ңел­де ни генә өйкәмәһен, йылмайыу за­рурлығы… Шул уҡ ваҡытта тышҡы ҡиәфәтең һәр саҡ матур булырға тейеш. Стюардессаның кәйефе пас­сажирҙарҙа сағылыуын онотор­ға ярамай.
Эшенең ауырлығына ҡара­маҫ­тан, туҡтаған арала бер ерҙә лә тик ултырмай Аэлита төбәктең тәби­ғәте, иҫтәлекле урындары менән танышырға ашҡына. Ял иткән мәл­дәрендә лә әлегә күрмәгән урын­дарға сәйәхәт ҡылырға тырыша.
– Кабинетта ултырыу минең өсөн түгел, – ти ул. – Ғүмер бер тапҡыр ғына бирелә: йөрөргә, барыһын да күрергә, ҡыҙыҡ­һы­нырға, яҡшы ғә­мәл­дәр башҡа­рырға, изгелек тара­тырға кәрәк. Университетта алған һөнәрем буйынса ла – эколог бу­лып – эшләй алыр инем. Таҙа, саф, ҡараулы тәбиғәттең әҙәм балаһы­ның күңеле, һаулығы өсөн ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнлеген һәр ерҙә кү­реп йөрөйөм. Әсәйем бешергән үҙебеҙҙең милли ризыҡҡа өҫтөнлөк бирәм – элек-электән килгән, ҡаны­ңа һалынған аш-һыу төрҙәре менән туҡланыу ҙа күңел бөтөнлөгөнә йоғонто яһай. Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын ерҙе матурлап, ҡәҙерләп йәшәһен тип ебәргән, бының өсөн барыһын да булдырған. Шуға ла бер минутты ла бушҡа үткәрмәйен­сә, белмә­гәнде өйрәнеп, бер-бере­беҙ­гә ярҙам итеп, йылмайыу, изге­­лек, иман өләшеп йәшәргә бурыслыбыҙ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599