Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кеше ғүмере өсөн яуаплыһың икән...
– Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙә­лә­ренең, урамдағы билдәләрҙең йыш үҙгә­реп тороуы водителдәргә, айырыуса ҡа­ла­ны­ҡыларға, мәшәҡәт тыуҙыра. Күп­тәр яңы­лыҡтарҙы белмәй ҡалып, төрлө уңайһыҙ хәлгә тарый, матди яҡтан зыян күрә. Ошо йәһәттән ни әйтерһегеҙ, Нур­мөхә­мәт хәҙрәт?

Руслан АВЗАЛДИНОВ.
Иглин районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәш­тәр, тормош һис ҡа­сан да бер урында тормай. Әйтәйек, бо­рон кешеләр күберәк йәйәү йөрөгән, юлды дөйәлә, карапта үт­кән мәлдәр ҙә булған. Хәҙер иһә машинала, самолетта, теплоходта хәрәкәтлә­нә­беҙ. Йөрөштөң тиҙ­ле­ге лә үҙгәрҙе. Мәҫәлән, еңел машиналарҙыҡы – сәғәтенә уртаса 70 – 80 саҡрым тирәһе. Хатта ки унан да арт­тырғандар бар. Автомобиль сәғәтенә 90 саҡ­рым тиҙлек менән барған хәлдә бер секундта 20 метр тирәһе ер уҙа. Тимәк, 100 метрлыҡ ара дүрт секундта үтелә тигән һүҙ. Ифрат ҙур тиҙлек бит!
Ерҙең әйләнеүе, ҡояштың ҡалҡыуы, байыуы, йондоҙҙарҙың хәрәкәт итеүе – барыһы ла Аллаһ Тәғәләнең ҡануны буйынса бара. Йылға ағышының да үҙ ҡағиҙәһе бар. Мәҫәлән, Өфөнә уратып аҡҡан Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары бормалы юл үтмәһә, туп-тура, ҙур тиҙлек менән аҡһа, экологияға, үҫемлектәргә, балыҡтарға ҙур зыян килер ине.
Юл хәрәкәтендәге ҡанундар ҙа теүәл үтәл­һә, тормошобоҙға зарар килмәҫ, бәлә-ҡаза урап үтер. Ошо йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләмдең мөбәрәк хәҙисе бар. Бер ғәрәп дөйәнән төшкән дә: “Эй, Раббым, үҙеңә тапшырҙым”, – тип йәһәт кенә китергә булған. “Көтөп тор, ашыҡма, – тип туҡтатҡан уны Пәйғәмбәребеҙ. – Тәүҙә дөйәң­де яҡшылап ҡара, тыша, унан Аллаһ Тәғәләгә тапшырырһың”. Тимәк, һәр саҡ иғтибарлы, яуап­лы булыу зарур. Шуны күҙ уңында тот­ҡанда, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙә­лә­ренең йыш үҙгәреп тороуынан тик яҡшылыҡ эҙләргә кәрәк. Руль янында ултырған кеше машиналағы ғаилә ағзаларының, яҡындары­ның, шулай уҡ башҡа техникалағыларҙың ғү­мере өсөн ҙур яуаплылыҡ тойорға, ашыҡмаҫҡа тейеш. Көндән-көн тиерлек тулылана барған юлдарҙа хәүеф-хәтәр һағалап ҡына тора. Үҙ­гәрештәрҙе, тыйыуҙарҙы йыш индереп, дәүләт кешелекте ошо ҡурҡыныстарҙан араларға тырыша, именлек һағында тора. Ә водитель “яңы­лыҡтар мәшәҡәт тыуҙыра” тип зарлан­маҫҡа, һәр нәмә менән ҡыҙыҡһынып барырға, белемен даими камиллаштырырға бурыслы. Мәғлүм булыуынса, хәҙер автомәктәптәрҙең эшмәкәрлегенә, уҡытыу программаһына ла үҙгәреш индерелде. Был да юҡтан түгел – юлда тәртип көслө булырға тейеш.
Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙгә ихтирам-хөр­мәт күрһәтеп йәшәргә насип ҡылһын. “Ирҙе һынағың килһә, юлға сыҡ”, “Һаҡланғанды һаҡ­лар­мын” тигән мәҡәлдәрҙе һәр саҡ иҫтә тотайыҡ, ғаиләбеҙ ағзалары, башҡа кешеләр алдында ышанысты юғалтмайыҡ, уларҙы һаҡлайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516