Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төбәкте күтәргән ир-азамат
Төбәкте күтәргән ир-азамат Бар нәмәне үҙ күҙҙәре менән күреп, баһа бирергә өйрәнгән, сәйәхәт итергә әүәҫ Әхмәтзәки Мөхәмәтшаның Сә­йет­бабаға саҡырыуын ихлас ҡабул итә. Егетте был ауылдың тарихы бик ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Ул Сәйет­ба­баның ҡарттары, муллалар менән аралаша, Мөхәмәтша төҙөгән шәжә­рәгә анализ яһай. Һөҙөмтәлә күп­мелер ваҡыт үткәс, 1910 йылда булһа кәрәк, Әхмәтзәки Вәлидиҙең тәүге фәнни хеҙмәттәренең береһе — “Сәйетбаба тарихы” – матбуғат биттә­рендә баҫылып сыға. Бәләкәй генә туп­ланманы тотоп ҡарағаным да булды. Мөхәмәтша Латипов (атайым) шәхси дини һәм тарихи китаптарын вафатынан алда үгәй улы Ғүмәр Кил­мө­хә­мәтов менән бергәләп Диниә на­за­ратына килтереп тапшырғайны. Араларында “Сәйетбаба тарихы” ла бар ине. Тимәк, ул Диниә назараты китапханаһында мотлаҡ булырға тейеш тип уйлап, биш йыл элек ойошмаға мөрәжәғәт иттем. “Барлыҡ китаптарҙы Үҙәк архивҡа бирҙек”, – тинеләр. Әммә унда ла ыңғай яуап алманым.
Әхмәтзәки Вәлидиҙең Сәйетбабала бер нисә мәртәбә булғаны билдәле. Был турала ауылыбыҙҙың өлкән бы­уын вәкилдәре йыш һөйләй торғайны. Вәлиди “Хәтирәләр” китабында Сәйетбабаға килгән ваҡыттарын иҫкә ала. Ҡайһы бер осраҡтар хаҡында аңлы рәүештә бәйән итмәй һәм бының сәбәбен дә аңлата: әгәр дуҫтарының, арҡаҙаштарының исемен атаһа, уларҙы хоҡуҡ һаҡлау органдары аямаҫ ине.

Рухиәт юлында
тәүге аҙым

Мөхәмәтша Латипов мәҙрәсәне 1910 йылда тамамлай. Унан Стәр­ле­тамаҡ ҡалаһында урыҫ телен өйрәнеү буйынса дүрт айлыҡ курс үтә. 1911 йылдың йәйендә иһә Сәйет­ба­баның яңы мәхәлләһенә имам-хатип һәм мәсет янындағы мәҙрәсәгә мөғәллим итеп тәғәйенләнә. Көҙ ауылдағы Ғәрифә исемле ҡыҙға өйләнә. 1913 йылда йәш ғаиләлә сабый тыуа, уға Камила тигән исем бирәләр.
Йәш мөғәллим мәсет янындағы мәҙрәсәне мәктәпкә әйләндерә, төрлө ҡалаларҙан заманса уҡыу кәрәк-ярағы, әсбаптар алдыра. Араларында Ер шарының глобусы ла була. Мөғәллим балаларҙы кластарға бүлеп, парта янына ултыртып, яңыса уҡыта башлай. Беренсе шәкерттәре араһында ауылдың арҙаҡлы шәхестәре – Сәйетбаба, Фәхретдин Фәйзуллиндар, Зәйнулла Сираев, Хәлиулла Сәйфуллин, Гәрәй Ғәзизов, Ситдиҡ Сөләймәнов, Ситдиҡ, Уйылдан Юлбарыҫовтар һәм башҡалар була. Күбеһе, Мөхәмәтша мулла олоғайғас, уға ярҙам йөҙөнән муллалыҡ вазифаһын да үтәне.

Беренсе донъя һуғышының ҡәһәрҙәре

Мөхәмәтша Латипов үҙ төйәгендә остазы Хәбибнәжәрҙеке кеүек ҙур мәктәп-мәҙрәсә төҙөп, тирә-яҡтағы халыҡтың балаларына яңыса белем биреү теләге менән янып йөрөй башлай. Изге ниәтте ауыл халҡы ла хуп­лай. Буласаҡ мәктәптең урыны бил­дәләнә, нигеҙе һалына башлай. Әммә изге уй-теләкте тормошҡа ашырырға насип булмай – Беренсе донъя һуғышы башлана. Мөхәмәтша Латиповты ла яуға оҙаталар. Ул Карпат тауҙарындағы алыштарҙа ҡат­наша, 1915 йылдың йәйендә ҡаты яралана. Глазов тигән ҡалалағы тыл госпиталендә бер нисә ай дауалана.
Эҙәрлекләнеү
йылдары


Мин башланғыс кластарҙа уҡыған саҡта ауылдың өлкән кешеләре Мөхәмәтша Латиповтың фронтта полк муллаһы вазифаһын башҡарғаны хаҡында һөйләй торғайны. Тик атайым үҙе был турала өндәшеп барманы. Сәбәбе – совет власының уны аяуһыҙ эҙәрлекләүендә.
1936—1939 йылдарҙа клуб (ата­йым­дың элекке мәсете) янып киткән. Һүндерә алмағандар. Янғын сығыуҙа Мөхәмәтша мулланы ғәйепләргә те­ләп, уның өйөндә тентеү яһағандар. Бер аҙна самаһы тотҡас, сығарғандар. Барлыҡ документтарын алып ҡал­ғандар, һуңынан улары эҙһеҙ юғалған.
...Әсәйҙең үлгәненә өс йыл. Өлкән апай-ағайҙар ситтә. Өс малай – Сабир, Ғүмәр һәм мин – үгәй инәй Фәрхиямал ҡарамағындабыҙ. Ошо осорҙа атайыбыҙҙы ай һайын район үҙәгенә алып китеп, унан һорау алғандары хаҡында белдем.
Бер мәл көндөҙ ауыл Советынан килеп, атайға бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа ҡушып китәләр. Үгәй инәй миңә:
– Тимәк, атайыңды бөгөн тағы ла районға алып китәләр инде, — тип белдерҙе. Йөҙөндә — борсолоу һәм ҡурҡыу. Төн таңға табан ауышҡас, кешеләр иң тәмле йоҡоға талғас, тәҙрә шаҡылды. Атай алдан йәйәү атлай. Артынан — һыбайлы, наганлы кеше, үгәй инәй теле менән әйткәндә, “конный милиция”. Атай төн ур­таһында ғына ҡайтты. Ҡайһы берҙә уны хатта икешәр тәүлек тоталар ине. Ундай саҡтарҙа беҙ, өйҙә ҡалғандар, айырыуса ныҡ хафаландыҡ. Ошондай хәл ай һайын ҡабатланып торҙо.
Ғаиләбеҙ кәмһетелеүҙәрҙе аҙ ки­сермәне, сөнки тирә-яғыбыҙҙа йәшәү­се­ләрҙең, хатта уҡытыусыларҙың төр­­лөһө булды. Бәләкәй туған­да­рымды йәлләп, бер көндө атайҙан:
– Ниңә алып китәләр һуң һине ра­йон үҙәгенә? — тип һораным. Ул миңә:
– Бер аҙ үҫә төш, һөйләрмен. Әлегә был хаҡта бер кемгә лә әйтмә, — тип кенә яуап бирҙе.
VII – VIII кластарҙа уҡыған сағымда атайым минең менән бер ни йәшермәй әңгәмәләшә башланы. Дөрөҫ, ул бик һаҡ ине, икәү урман-ҡырға сыҡҡанда шым ғына һөйләштек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519