Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аллаһ Тәғәләнең ҡанунын үтәгән халыҡ – иң хөрмәтлеһе
– Бөтөн кеше бер ата менән әсәнән – Әҙәм һәм Һауанан – барлыҡҡа килгән, тиҙәр. Шулай булғас, ни өсөн һуң улар төрлө милләткә бүленгән? Дин быны нисек аңлата, Нурмөхәмәт хәҙрәт?


Зөлфиә БАҺАУЕТДИНОВА.

Шишмә районы.

– Бисмилләһир-рах­мәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһ, “Ҡөрьән Кәрим”дә кешелек донъяһына кәрәкле барлыҡ мәғлүмәт би­релгән. Һәммәһе лә ҡыҫ­ҡа, матур итеп аң­ла­тыл­ған. Әҙәм ба­лаһы изге китапты уҡыған һайын үҙенә яңынан-яңы хикмәттәрҙе аса. Был бөйөк ғилемде бер кешенең ғүмерендә өйрәнеп тә бөтөп булмайҙыр. “Ҡөрьән”дән ғаләм бер ваҡытта ла туймаҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Замандың үҙгәреүе, ғилемдең үҫеше, кешелек донъяһының яңынан-яңы баҫҡыстарға күтәре­леүенә ҡарамаҫтан, изге китап дәрәжәһен юғалтмай, киреһенсә, төп таяныстарҙың береһенә әүерелә бара. Әйтәйек, милләт-ара мәсьәләлә лә.
“Эй, әҙәм балалары! – тип мөрәжәғәт иткән Аллаһ Тәғәлә бөтөн кешелек донъяһына. – Мин һеҙҙе бер ата һәм әсәнән яралттым”. Йәғни Әҙәм ғәләйһис-сәләм менән Һауанан. Кешелек донъяһының бер ата-әсәнән барлыҡҡа килгәнен бөгөн генетика ғилеме лә раҫлай. Шул уҡ ваҡытта Аллаһ Тәғәлә: “Мин һеҙҙе төрлө-төрлө ҡәүем итеп яралттым”, – тигән. Бының хикмәте шунда: Раббыбыҙ бер-береһе менән танышһындар, рухи ҡиммәттәрен өйрәнһендәр, ғилемен уртаҡлашһындар өсөн әҙәм балаларын шулай милләттәргә бүлгән. Әммә уларҙың кемеһелер ҙур йәки бәләкәй тигән төшөнсәгә урын ҡалдырмаған. Аят-кәримәләрҙең дауамында Аллаһ Тәғәләнең ҡанунын күберәк үтәгән халыҡтың иң хөрмәтле булғаны хаҡында әйтелгән. Ер йөҙөнә Раббыбыҙҙың урынбаҫары итеп ебәрелгән әҙәм балаһы ошо урынды матурларға, күркәмләргә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк бер хәҙисендә: “Ғәрәптәрҙең бөйөклөгө – Аллаһ Тәғәләнең ҡанунын үтәүҙә”, – тигән.
Исламда башҡа милләт вәкилдәрен хөрмәт итеү ҙур урынға ҡуйылған. Был тойғо үҙеңә лә ихтирам булып ҡайта. “Телдәрегеҙҙең төрлө булыуы ла – Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә дәлил”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Ошо хазиналар араһында беҙҙең башҡорт теле лә бар. Уны өйрәнеү, һаҡлау – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.
“Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!” –
тигән бөйөк Рәми Ғарипов. Был һүҙҙәр бөгөн айырыуса әһәмиәтле, сөнки халыҡ, тел, ер төшөнсәләре бер-береһенә айырылғыһыҙ бәйләнгән. Аллаһ Тәғәлә милләттәрҙе яралтҡан икән, улар үҙенең рухи ҡиммәттәрен һаҡларға бурыслы. Был – имандың бер өлөшө.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә телебеҙгә иғтибарҙы арттырырға насип итһен. Ул хәстәрләнә икән, милләтебеҙ ҙә, еребеҙ ҙә һаҡланасаҡ. Халыҡтар бер-береһенә ихтирам күрһәтеп, тығыҙ бәйләнештә, дуҫ-татыу йәшәһә, донъябыҙ имен, киләсәгебеҙ яҡты булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510