Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҙан тауышын ишеттеләр, иншалла
Аҙан тауышын  ишеттеләр, иншалла
Был ауыл халҡынан көнләшмәү мөмкин түгел: тәбиғәттең матурлығы булһынмы, тормош көтөү өсөн шарттармы – һәммәһе лә услап бирелгән уларға. Юҡҡамы ни республи­каның йөҙөн билдәләрҙәй әллә күпме шәхес тәрбиәлән­гән бында! Әле ҡайһы бер ауылдарға юҡҡа сығыу янаһа, Смаҡтың тормошо элеккеләй гөрләй. Ауылда мәктәп тә, мәҙәниәт йорто ла бар, күмәк хужалыҡ эшләй. Иман йорто ғына юҡ ине, был бушлыҡ та тултырылды: “Сәғирә” мәсете асылды.


Аҙан тауышын  ишеттеләр, иншаллаАуыл халҡы мә­сетле булыу хаҡында күптән хыял­ланған. “Республиканың төр­лө төбә­гендә Аллаһ йорттары ҡалҡҡан­да, беҙ һаман да аҙан тауышын ишетеү бәхе­тенә өлгәшә алмайбыҙ”, – тип әсен­гән улар. Һөҙөмтәлә халыҡ күмәкләп мәсет төҙөргә ҡарар ҡылған. Ярҙам һо­рап, ауылдан сыҡҡан шәхестәргә лә мөрә­жәғәт иткәндәр. Мәҫәлән, Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Закир Бик­булатов тыуған төйәгендә мәсет тө­ҙөүгә тос өлөш индергән. Барлыҡ яуап­лылыҡты үҙ өҫтөнә алған, сығымдар ҙа башлыса уның иңенә ятҡан. Төҙөлөштө ауыл егеттәре атҡарып сыҡҡан, бәғзеләр бинаны йыһазландырыу йәһәтенән булышлыҡ күрһәткән.
Башланған эш – бөткән эш, ти халыҡ. Смаҡ ауылына йәм өҫтәп, дүрт ай ҙа үтмәҫтән, күркәм мәсет ҡалҡып сыҡҡан. Ә күптән түгел халыҡ шундай уҡ дәр­рәүлек, ихласлыҡ менән иман йортон асыу тантанаһын үткәрҙе. Унда район хакимиәте вәкилдәре, дин әһелдәре, мәсетте төҙөүгә тос өлөш индергән кешеләр смаҡтарға иң изге теләктәрен еткерҙе.
Аҙан тауышын  ишеттеләр, иншалла– Иман йортон булдырыу өсөн хәләл көсөңдө түгеү – иң изге ғәмәлдәрҙең береһе, – тине Башҡортостан мосол­мандарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан Сәйәхов. – Изге йорт, иншаллаһ, ауыл халҡын бер-береһенә нығыраҡ яҡынайтыр, туплар рухи маяҡҡа әйләнер.
Мәсет төҙөү менән эш бөтмәй, уны тәртиптә тотоу, йылытыу, халыҡтың дини ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү тағы ла ҙурыраҡ бурыстар өҫтәй.
– Иман йорто буш тормаһын ине. Ә бинаны хеҙмәтләндереүҙе күмәкләп хәс­тәрләрбеҙ, – тине был йәһәттән Закир Бикбулатов.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 370

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599