Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изгелек өләшер “Изге ай”
Изгелек өләшер “Изге ай”
Йәйләү ауылында тәүге иман йорто 1912 йылда төҙөлә. Башҡа мәсеттәр кеүек үк, ауыр яҙмышҡа дусар була ул: коллективлаштырыу ваҡытында манараһы ауҙарыла. Һөҙөмтәлә иман йортоноң бинаһы тәүҙә – балаларға белем биреү, аҙаҡ икмәк бешереү өсөн файҙаланыла.


Күптән түгел был урынға мәсет яңы­нан ҡайтты. “Изге ай” исемле күр­кәм иман йортон Ирек Шәрипов менән Сергей Мортазиндың ғаилә­ләре хә­ләл аҡсаһына төҙөттө. “Ике ке­ше ғә­ҙел эш алып барһа, Аллаһ Тә­ғәлә улар­ҙың өсөнсөһө булыр”, – тигән пәй­ғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сә­ләм үҙенең мөбәрәк хәҙи­сендә. Йәй­ләүҙәр ошондай уңған, иманлы ауылдаштары менән ихлас күңелдән ғорурлана.
Изге йортто асыу тантанаһына ха­лыҡ дәррәү йыйылды. Йәйләүҙәр генә түгел, ситтән килгәндәр ҙә күп ине. Сараны асып, район хакимиәте баш­лығы Илдар Мостафин, Исәмәт ауыл биләмәһе етәксеһе Илшат Басиров халыҡҡа ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Тантанаға мәртәбә өҫтәп кил­гән ҡунаҡ – Юғары мөфтөй, Рәсәй мосол­ман­да­рының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин – иһә сығы­шында Ислам тарихына байҡау яһа­ны, үтелгән һынауҙарҙы иҫкә тө­шөр­ҙө, бөгөнгө ҡаҙаныштарҙы билдәләне.
Изгелек өләшер “Изге ай”– Әл-хәмдү лил-ләһ, мәсет бик матур ерҙә урынлашҡан. Иң мөһиме – унан кеше өҙөлмәһен, ишектәре һәр саҡ асыҡ булып, халыҡты һәр саҡ әҙәпкә, иманға әйҙәһен, – тип теләне Тәлғәт Сафа улы һәм мәсеткә рәсми байраҡ, Ирек Шәрипов менән Сергей Мортазинға рәхмәт хаттары тап­шыр­ҙы.
Тантанала шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһының ЛДПР фракцияһы депутаты Иван Сухарев, Илеш һәм Ба­ҡалы райондарының имам-ахуны Рөс­тәм хәҙрәт Абушахмин, Йәйләү ауылы муллаһы Ансаф хәҙрәт Кашапов, күренекле яҙыусы Лира Яҡшы­баева ҡатнашты. Барыһы ла ха­лыҡты мәсетле булыуы менән тәб­рикләп, изге теләктәрен еткерҙе, бүләктәрен тапшырҙы. Байрамдың рәсми өлө­шө­нән һуң ҡорбан салынды, аш әҙер­ләнде.
Илеш халҡы элек-электән тырыш­лығы, эшһөйәрлеге, берҙәм булыуы менән дан алған. Был күркәм сифаттары менән бөгөн дә күптәргә өлгө күрһәтеп йәшәй улар. Район хаки­миәте башлығы Илдар Мостафин да, ата-баба тәрбиәһенә тоғро ҡалып, халыҡтың көнитмешен яҡшыртыу маҡсаты менән янып эшләй. Илештә әле 30-ҙан ашыу иман йорто бар, уларға ғилемле, тәжрибәле, абруйлы имамдар етәкселек итә. “Изге ай” ҙың да халыҡты изгелеккә, әҙәп-әхлаҡҡа әйҙәр рухи мөйөшкә әйләнеренә ышаныс ҙур.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599