Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаилә тормошон нимә боҙа?
Урамда күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп китеп барғанда өлкән йәштәге бер ҡатын: “Татарса уҡый беләһегеҙме?” – тип туҡтатты. Эргәһендә йәш кенә ҡыҙ ҙа бар. “Беләм”, – тинем. Ул ҡулыма “Ғаилә тормошон нимә бәхетле итә?” тигән яҙыулы йоҡа ғына брошюра тотторҙо.

Аҙаҡ был ҡағыҙ киҫәген иғтибарлап уҡып сыҡтым. Башҡа сығарған һорауға аҫтараҡ татар телендә “мөхәббәтме?”, “аҡсамы?”, “башҡа берәй нәмәме?” тип өҫтәлгән. Артабан Аллаһ һүҙе тураһында Инжилдән (Евангелие) өҙөмтәләр килтерелгән. Шунан “Ә ғаилә тормошон нисек бәхетле итергә кәрәк икәнен белер өсөн ғаилә төҙөлөшөнә нигеҙ һалған Йәһүәнән һорарға кәрәк”, “Яҡшы ир, яҡшы ҡатын йә яҡшы ата-әсә булыр өсөн нимә эшләргә?” тип яҙылып, “Изге Яҙмалар китабығыҙ булмаһа, уны фәлән-фәлән сайттан табып була” тиелгән. Һуңғы битендә “Күберәк белер өсөн Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙмалар буйынса фекер алышығыҙ” тип кәңәш бирелгән дә “Миңә уларҙың береһе килеп китһен” тигән мөрәжәғәткә исем-шәрифеңде, адресыңды өҫтәп яҙып, тултырылған купонды Санкт-Петербургка ебәрергә ҡушылған.
Был “Йәһүә шаһиттары” дини ағымының күп һанлы низағтар уртаһында торғанын, шикле эш алып барғанын ситкә ҡуйып тороп, шуны ғына әйткем килә: беҙҙең, мосолмандарҙың, үҙебеҙҙең ҡиблабыҙ юҡмы, Ислам дине етмәйме, хәҙер килеп ошондай сит-ят күренештәргә ылыға башланыҡмы?! Үҙәге Америкала булған был ойошма, туған телдәребеҙҙә әҙәбиәт баҫтырып, урыҫ һәм башҡа милләттәрҙе генә түгел, татар, башҡортто ла үҙ сафына инергә өндәп ята түгелме һуң? Күңелдең ниндәй ҡылына ҡағылырға ла белгәндәр бит: имеш, ғаилә тормошоңдо яйға һалырға теләйһеңме? Мәңгелек ҡиммәттәр тураһында мәғлүмәтте ана һөтө менән һеңдереп үҫәбеҙ – был билдәле хәҡиҡәт инде ул. Ә бына ғаилә тормошон нимә, мәҫәлән, бәхетһеҙ иткәнен бер миҫал өлгөһөндә һөйләп үтә алам.
...Азамат менән Динара (исемдәрҙе үҙгәртеп алам) Өфөлә тыуып үҫеп, бик яратышып өйләнеште. Тиҙҙән улдары тыуҙы. Йәш парҙы донъя мәшәҡәттәре әллә ни бимазаламаны, сөнки кәләштең ата-әсәһенән дүрт бүлмәле фатир ҡалғайны. Рәхәтләнеп йәшә генә. Әммә күп тә тормай Динара кришнаизм ағымына (һинд диндәренең береһе) эләгеп китте. Иҫләйһегеҙҙер, элегерәк баш ҡала урамдарында сәйер төркөм, музыка ҡоралына ҡушылып, бер туҡтауһыҙ: “Харе Кришна!” – тип мантра ҡысҡырып йөрөй торғайны. Бер аҙҙан ҡатын фатирын һатып, ҡулға ингән килемгә ураған һайын Һиндостанға сәфәргә барыуҙы йолаға әйләндерҙе. Шулай бар аҡсанан бер миллион һум ғына ҡалды. Инде был сумма яңы торлаҡ һатып алырға ла етмәй ине. Шулай ҙа Азамат уны тәүге иғәнә итеп индереп, төҙөлөп ятҡан йорттан фатир юлланы. Ләкин тормош йәнә бәғерһеҙлеген күрһәтте – ир эшһеҙ ҡалды. Һөҙөмтәлә кредит түләү мөмкинлеге бөттө. Ә банк фатирға арест һалдырып, уны һаттырҙы.
Ғаилә тарҡалды. Азамат икенсегә өйләнеп тә уңманы, улы атайһыҙ үҫә, Динараны күптән күргәнем юҡ. Ят диндәр, сит ҡылыҡтар бәхет килтермәгәнен аңланымы икән ул, юҡмы – белмәйем.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 274

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 720

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 326

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598