Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсәйемде төшөмдә күрәм
– Әсәйем, баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы. Үҙемдең дә уны көн дә күргем килә... Минең ошо хәлемде нисек аңлатырһығыҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
В. МӨХӘМӘТОВА.

Мәсетле районы.
– Бисмил­лә­һир-рахмәнир-рахим!
“Һеҙҙең төндә йоҡ­лауығыҙ – Ал­лаһ Тәғәләнең бар­лы­ғына бер дәлил”, – тиелгән “Ҡөрьән Кә­рим”дә. Тимәк, әҙәм бала­һының был ғә­мә­лендә ҙур хикмәт ята.
Изге китаптың икен­се бер аят кә­ри­мәһендә Раббы­быҙ­ҙың йоҡоно тыныс һәм ләззәтле итеп ҡылғаны хаҡында әйтелгән. Ысынлап та, ял итеүҙең был төрө – һаулыҡ билгеһе. Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы йоҡлай алмай ғазаплана икән, тимәк, уның тән йәки йән сәләмәтлеге яҡшынан түгел.
Йоҡлағанда төш күреү үҙенсәлеге иһә кешегә донъяға яралған мәленән үк би­рел­гән. Уның тураһында “Ҡөрьән”дең “Йософ” сүрәһендә лә әйтелгән. Батша төш күрә лә юратыр өсөн кеше эҙләй. Һөҙөмтәлә Йософ ғәләйһис-сәләм юрап бирә.
Аллаһтың илселәре үҙенә пәйғәмбәрлек килгәнен дә тәүҙә төшөндә күргән. Был төнгө “күрәҙәлек” мотлаҡ тормошҡа ашҡан. Тимәк, Хаҡ Тәғәлә буласаҡ илселәрен ошолай алдан тәрбиәләгән, пәйғәмбәрлеккә әҙерләгән.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбә­рәк хәҙисендә төштәрҙең өс төргә бүленеүе хаҡында әйткән. Беренсеһе Аллаһ Тәғәлә тарафынан килә (ул бөтөн ғәмәлдәрҙе үтәп, тәһәрәтләнеп йоҡлағанда, иртәнге намаҙға яҡыныраҡ инә, кешене рухландыра, дәртләндерә, яҡтылыҡ алып килә). Уны мотлаҡ юратырға кәрәк. Бындай ғилемгә эйә кешеләр хәҙер бармы – әйтеүе ҡыйын, элек иһә байтаҡ булған. Пәйғәмбәребеҙ әйтеүенсә, иң тәүҙә кемдән юратһаң, шуның һүҙҙәре юш килер.
Икенсеһе – тормоштағы мәсьәләләргә бәйле төш. Ул юралмай, яҡшыға булһын тип теләргә генә кәрәк. Өсөнсөһө – һата­шыу. Ыҙғыш, ғауға күтәрелгән бындай төш­тәрҙе берәүгә лә һөйләргә ярамай. Бындай осраҡта Пәйғәмбәребеҙ “Әғүҙү билләһи минәш шайтанир ражим, бисмилләһир-рахмәнир-рахим” тип доға уҡырға ла һу­лаҡай яҡҡа ҡарап төкөрөргә һәм төштө оноторға ҡушҡан. Шул да мәғлүм булһын: күргән һәр төштө һөйләп йөрөү урынһыҙ.
Миңә мөрәжәғәт иткән ҡәрҙәшебеҙҙең һорауына килгәндә, атай-әсәйҙе төштә күреү – яҡшы билдә, тип әйтергә кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр йоҡлаған мәлендә мәрхүм­дәр менән “осрашһа”, шикләнә башлай. Улайтырға ярамай, хөрмәтле ҡәрҙәштәр: баҡыйлыҡтағылар беҙгә яҡшылыҡ теләй, һөйөнөсөн белдерә, ниндәйҙер ауырлыҡ­тан, хәүефтән ҡурсаларға теләй. Шул уҡ ваҡытта мәрхүмдәрҙең төшкә хәйер-доға һорап инеүе лә ихтимал. Бәлки, тормош мәшәҡәттәре менән булып, уларҙы бер аҙ онотоп ебәргәнбеҙҙер. Баҡыйлыҡтағылар бит Ҡөрьән уҡытыуға, хәйергә һәр ваҡыт мохтаж, аят-доғалар уларға нур, яҡтылыҡ, рәхмәт булып бара. Өҫтәүенә мәр­хүмдәрҙең фани донъяла әйтеп ҡалдырған ниндәйҙер васыятын, аманатын үтәмәгәнгә төшкә инеүе лә бар.
Әйтелгәндәрҙең барыһын да күҙ уңында тотоп, баҡыйлыҡҡа күскән яҡындарыбыҙ­ҙың, ҡәрҙәштәребеҙҙең, айырыуса атай-әсәйебеҙҙең рухтарына бағышлап Ҡөрьән уҡытып, хәйер биреп торорға онотмайыҡ, васыяттарын үтәйек. Аллаһ Тәғәлә ғаилә­лә­ребеҙгә, илебеҙгә тыныслыҡ насип ҡылһын. Ватаныбыҙ имен саҡта ғына йоҡобоҙ татлы булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508