Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәләлдә – бәрәкәт, хәрәмдә – һәләкәт
– Улым Өфөләге гимназия-интернаттарҙың береһендә уҡый. Намаҙ, ураҙа һымаҡ фарыз ғәмәлдәрен ҡалдырмайынса үтәй. Тик бер мәсьәлә борсой беҙҙе: гимназия ашханаһындағы барлыҡ ризыҡ хәләл түгел бит. Ошо йәһәттән ниҙәр әйтерһегеҙ, Нурмөхөмәт хәҙрәт?
Хәҙисә.
– Бисмилләһир -рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһына биргән ризыҡты ике өлөшкә бүлгән: хәләл һәм хәрәм. “Ҡөрьән Кәрим”дә уларҙың тәүгеһен ҡулланырға бо­йор­ған. Изге китап ингән мәлдән алып, әл-хәмдү лил-ләһ, хәләл менән ризыҡ­ланыу тарала бара, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле күптәрҙең быны аңларға ваҡыты етмәгән. Йәмғиәткә ныҡлап төшөндөрөү йәһәтенән башҡараһы эш бихисап. Хәләл ризыҡтың тән һәм рух сәләмәтлеге өсөн мөһимлеген күпселек аңлағандан һуң ғына кешелек ошо юлға табан бороласаҡ.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Сирияла белем алдым. “Шереметьево” аэропортынан Дамаск ҡалаһына ҡәҙәр осҡан арала самолеттағы тәмәке еҫенә сәсәп үлмәле була торғайны. Ул йылдарҙан алып күп тә ваҡыт уҙманы, ә үҙгәреш ни хәтле күп! Хәҙер бит тәмәкене самолетта түгел, хатта йәмәғәт урындарында тартырға ярамай, быны сикләгән ҡанундар сыҡты. Тимәк, йәмғиәт төтөндөң кешеләргә, тирә-яҡ мөхиткә, экологияға ҙур зыян килтер­гәнен ныҡлы аңлай башланы.
Бер башланғыс та тиҙ генә тормошҡа ашып, киң таралыу алмай, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм дә бит, күпме генә аңлатыу эше алып бармаһын, тормошо менән үрнәк күрһәтеп йәшәмәһен, бөтөн кешене Ислам­ға килтерә алмаған. Барыһына ла ваҡыт кәрәк.
Әл-хәмдү лил-ләһ, хәҙер бөтөн донъяла “Хәләл” тигән бренд аҫтында ризыҡтар булдырыла башланы. Бындай аҙыҡты әҙер­ләгән айырым ойошмалар, төрлө ко­мис­сия­лар эшләй. Изге башланғысты мосолмандарҙың ғына түгел, ә дәүләт вәкилдәренең дә ҡеүәтләүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Төрлө ерҙән килтерелгән яһалма, сифатһыҙ аҙыҡ тарала баш­ла­ғанда, йәмғиәт Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡушылған хәләлгә яҡынлай, уның сәлә­мәтлек, аҡыл, зиһен, тыуасаҡ быуын өсөн әһәмиәтен таный. Хатта ки илебеҙҙең ҡайһы бер төбәктәрендә мәктәптәргә хәләл ризыҡ индерелә башланы.
Әммә, ҡабатлап әйтәм, барыһы ла тиҙ арала ғына тормошҡа ашмаясаҡ. Йәмғиәт үҙгәрештәргә әҙер булырға, хәләлде күңе­ле, рухы менән ҡабул итергә тейеш. Исламда бит кешене мәжбүр итеү тигән төшөнсә юҡ. Шул уҡ ваҡытта тәрбиәнең ғаиләлә башланыуы хаҡында ла онотмаҫҡа бурыслыбыҙ. Әгәр атай-әсәй хәрәм ризыҡ менән туҡлана икән, балаһы ла ошо юлдан барасаҡ бит. Тимәк, магазиндарҙа ла шундай аҙыҡ-түлек һатылыуын дауам итәсәк. Ғаиләлән тыш, барлыҡ тармаҡтар бер маҡсатта эшләргә тейеш. Мәҫәлән, матбу­ғатта хәләлдең әһәмиәте тураһында яҡ­тыртылып тора икән, халыҡ был фекергә ҡолаҡ һалмай ҡалмаҫ.
“Ашыҡҡан мәхрүм ҡалыр” тигән әйтем бар. Шуға күрә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ба­рыһы ла яҡшы булырына ышаныс менән тыныс ҡына көтәйек. Әл-хәмдү лил-ләһ, бөгөн хәләл ризыҡтар сығарыла, халыҡ уны хуплай икән, оҙаҡ ваҡыт үтмәҫтән, мәктәптәребеҙҙә лә был йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599