Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң
Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң
Илеш районының Йәйләү ауылы халҡы өсөн ул көн ҙур тарихи ваҡиғаға әйләнде – ауылдың иң матур урынында яңы мәсеткә нигеҙ һалынды. Тантанаға ошо ауылда һәм районда йәшәгән байтаҡ халыҡ йыйылды.

– Аллаға шөкөр, изге йома көнөндә бар­лыҡ йәмәғәт менән берлектә Йәйләү ауылында яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалыу өсөн йыйылдыҡ. Изге ниәтебеҙҙе тормошҡа ашы­рырға насип итһен. Бөгөндән үк башланасаҡ төҙөлөштө Ҡорбан ғәйетенә тиклем та­мам­ларға өмөтләнәбеҙ. Әйткәнебеҙсә, өмөтһөҙ тик шайтан ғына.
Илеш районында 30-ға яҡын мәсет һа­нала. Яңыраҡ ҡына Иҫке Күктау ауылында күркәм мәсет үҙ ишектәрен асты.
Бөгөн ишетеп-күреп тороуыбыҙса, Укра­ина, Сүриә, Ираҡ яҡтарында һуғыш, бәре­лештәр бара. Ошоғаса үҙ илебеҙҙә тыныс, татыу йәшәп килдек, Аллаһы Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиңТәғәлә киләсәк­тә лә матур тормоштан айырмаһын. Ва­та­ныбыҙҙа күпме милләт йәшәүенә ҡа­ра­маҫ­тан, ата-бабаларыбыҙ тормошонда һис бер ҡасан милләтселек булмаған. Беҙгә, йәш­тәргә, йоланы дауам итеп, фетнәһеҙ, бер-бе­ребеҙгә мәрхәмәтле булып, ҡай­ғы-хәсрәтһеҙ, татыу, йәшәргә кәрәк.
Ошо мәсетте төҙөүҙә ярҙам күр­һәтергә йыйынған йәш эшҡыуар Ирек Рафаил улы Шә­ри­повҡа, уның ата-әсәһенә, туғандарына һәм бары­ғыҙға ла сәләмәтлек, эштәрегеҙҙә уңыш те­ләп ҡалам. Кешегә ризыҡты биреү­се лә, алыусы ла Аллаһ бер. Изге йома көнөндә әйтелгән теләктәребеҙ тормошҡа ашып, йыл­дарыбыҙ бәрәкәтле, ҡылғанда­ры­быҙ хәйерле булһын, – тип тамамланы байрам һүҙен Илеш һәм Баҡалы район­дары­ның имам-ахуны Рөстәм хәҙрәт Абушахмин.
Иң яҡшы эш – дауамлы эш, ә был эштең дауамы бар. Киләсәктә Йәйләү ауылында күркәм иман йорто ҡалҡып сығып, бинаға тулыһынса газ индерелер тип ышанғы килә.
«Ерҙә ҡош ояһындай ғына мәсет төҙөгән кешегә лә Аллаһы Тәғәлә йәннәттә һарай төҙөр» тип әйтелә хәҙистә. Тимәк, мәсет төҙөлөшөндә ҡатнашҡан һәр кеше йәннәт һарайына лайыҡ.
«Аллаһ Тәғәлә мәсетте үҙенең йортона әйләндергән әҙәм балаһының тормошона бәрәкәт, күңеленә шәфҡәт бирер, гонаһта­рынан арындырыр», – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Республикала күпләп мәсеттәр һалыныуы – иманға ҡайтыуыбыҙ, балаларыбыҙҙың, ейән­дәребеҙҙең дә дингә нығыраҡ тартылыуы билдәһе. Районыбыҙҙа ла һуңғы йыл­дарҙа дингә ҡарата мөнәсәбәттең яҡ­шы­­рыуы, Ислам диненең аҡыллы, иманлы йәш быуынды тәр­биәләү йүнәлешендәге изге эше барыбыҙҙы ла ҡыуандыра.
Йәйләүҙә төҙөләсәк яңы мәсет йәннәт һа­ра­йы булып балҡып, ауыл халҡын иман нур­ҙарына ҡойондороп, тик тура юл ғына күр­һәтеп торасағына өмөт ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518