Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Дингә бирелеү” төшөнсәһен кем нисек аңлай?
Ислам дине йылдан-йыл бар донъяла киңерәк танылыу яулай тигән һүҙҙәремә ҡаршы килеүсе булмаҫ, моғайын. Ысынлап та, республика кимәлен генә алып ҡарағанда ла, һәр ҡала-ауылда билдәле сәбәптәр арҡаһында байтаҡ йылдар элек ишегенә ҙур йоҙаҡ эленгән мәсеттәр яңынан тергеҙелә, халыҡ дини тәғлимәт менән таныша, шул рәүешле мәңгелек һорауҙарға, күңел талаптарына яуап табыуға өлгәшә.


Был күренеште мин мәсет ишегенең генә йоҙағы түгел, кешеләрҙең иман нурына һыуһаған йөрәктәре асылыу менән сағыштырыр инем. Йәшенә, милләтенә, биләгән вазифаһына ҡарамай, халыҡ мәсеткә йөрөй. Вәғәздәрҙә оло йәштәге апай-инәйҙәр менән бер рәттән 16-18 йәшлек ҡыҙ-ҡырҡынды ла күрергә була.
Дингә бирелеү хаҡында хәбәрҙәрҙе төрлө ерлектә һәм сүрәттә ишетергә була. Күпселек осраҡта – Ислам дине менән әллә ни ҡыҙыҡһынмаған, таныш булмағандар тарафынан. Һөҙөмтәлә шундай һорау тыуа: «Нимә аңлата һуң ул дингә бирелеү?» Дөрөҫ аңлайбыҙмы беҙ был төшөнсәне?! Сөнки бөгөнгө тормошон Ислам дине буйынса ҡорған халыҡтың был һүҙҙәрҙең асылына ҡапыл ғына төшөнмәүе лә ихтимал. Ни өсөн? Ғөмүмән, үҙен ысын мосолман тип һанаған, дини бурыс­тарын намыҫлы үтәгән кешенең аңында ла, лексиконында ла бындай һүҙҙәр бөтөнләй юҡ. Улар дингә бирелмәй, ә йөрәге, теле менән динде ҡабул итә, тормоштарын Ислам талаптары буйынса ҡора.
Талаптарҙың береһе шундайыраҡ яңғырай: ысын мосол­манға тормоштоң ике яғын да бер тигеҙ алып барыу зарур – донъяуи яҡтан ҡыуып, эске, рухи үҫеште ҡалдырмаҫҡа һәм тик дин, ғилем тип ҡәҙимге тормошҡа ла ҡул һелтәмәҫкә. Намаҙ уҡыным, ураҙа тоттом, ғәрәп хәрефтәрен өйрәндем, минән дә яҡшыраҡ, белемлерәк кеше юҡ эргә-тирәлә тип «әтәсләнергә» түгел, ә ошо Ислам дине ҡушҡандарҙы, талап һәм тәҡдим иткәндәрҙе бар тормошоңа матур итеп “ҡушып үрергә”, ике дилбегәне лә бер тигеҙ тотоп барырға кәрәк. Дини атрибутика ғына әле һинең хаҡ юлда барыуыңды раҫламай.
Төплө уйлап, аңлы рәүештә эш иткән мосолман кешеһенең бар тормошо ҙур бер гармонияға әйләнеп, уның иманы ла, йәм­ғиәттә биләгән урыны ла, ғаиләһе лә, эше лә, кешелек сифатта­ры ла иң-иңдәр рәтендә булырға тейеш, минеңсә. “Дин” тө­шөнсәһе тәү осраҡта кешенең йөрәгендә яралып, шул килеш әҙәм балаһы тормошоноң бар яҡтарын да ыңғай яҡҡа үҙгәртеп, матурайтып, еңеләйтеп ебәреү көсөнә эйә. Әлбиттә, был һүҙҙәрем аша мин мосолман ҡатын-ҡыҙына яулыҡ ябынып, бөркәнеп кейенеп йөрөү мөһим түгел тип әйтмәйем, киреһенсә, изге Ҡөрьән китабында ҡушылғанса дөрөҫ итеп кейенеп тә заман менән бергә атларға була. Бының өсөн ниәтеңдең изге, ынтылыштарыңдың ыңғай булыуы мөһим.
Мин дингә бирелдем тип, үҙ-үҙеңә бикләнеп, юҡ сиктәр ҡуйып ултырыуҙан да файҙа юҡ. Ислам дине тарихынан сығып фекер йөрөткәндә, борон замандарҙан уҡ мосолман ҡатын-ҡыҙы яҡшы белемле, ихтирамлы булған, төплө фекер йөрөткән. Тап уларҙың өлгөһөндә заман ҡыҙҙары ла фәнгә, ғилемгә ынтылып, сит телдәрҙе өйрәнеп, профессиональ юҫыҡта ла, әхлаҡ-тәр­биә, эстетика мәсьәләһендә лә яңы үрҙәр яулап йәшәһә, “дингә бирелеү” тигән буталсыҡ төшөнсәне Ислам динен ҡабул итеп, тормошон матур яҡҡа үҙгәртте, үҙ асылына ҡайтты, замана һәм мөхиттәр менән тулы гармонияға килде тигән гүзәл бер күренеш алмаштырыр ине. Тап ошо урында беҙ кешенең был донъяға барлыҡҡа килгәндә үк бирелгән мөмкинлектәрен, һәләттәрен, кешелек сифаттарын тулыһынса асыуына, үҙ булмышы һәм күңел талаптары менән һоҡланғыс уртаҡлыҡ табыуына шаһит булыр инек. Ундай кешеләрҙең нурлы йөҙҙәре донъяны тағы ла хозурыраҡ, йәмлерәк итәсәк.
Дин кешегә еңеллек өсөн бирелгән. Ислам кешене йәм­ғиәт­тән, бөгөнгө көндән айырылырға түгел, ә, киреһенсә, бар ха­лыҡ­тарҙы, бөтә тереклекте дуҫ, татыу йәшәргә, эшләргә өйрәтә. Көндән-көн рухи һәм физик яҡтан камиллашып, Аллаһы Тәғәләнән генә бирелгән бар мөмкинлектәрҙе дөрөҫ ҡулланып, күрергә өйрәнеп, һәр кем үҙен һәм тотош йәмғиәтте алға, яҡты киләсәккә, үҫешкә этәреп, сикһеҙ гармонияла, шатлыҡ-ҡы­уаныста, алдынғылар рәтендә йәшәргә бурыслы. Ошо ваҡытта ғына һәр кеше «дингә бирелеү» төшөнсәһен тап үҙе һәм дөрөҫ аңлар ине...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599