Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илаһым, мин юлға сыҡһам...
Илаһым, мин юлға сыҡһам... (Хаж ҡылырға йыйынғандарға кәңәштәр)
Мосолмандар тағы ла хажға йыйына, иншаллаһ. Ҡәрҙәштәребеҙ был изге ғи­бәҙәтте дөрөҫ, еренә еткереп үтәһен ти­гән ниәт менән уларға кәңәштәремде еткермәксемен.
Хаж – экскурсия түгел, ә тән, рух өсөн ауыр хеҙмәт. Хаҡы ла ҡиммәт. Элекке кеүек айҙар буйына йәйәү барырға тура килмәһә лә, “юл ғазабы – гүр ғазабы” тигәндәй, еңел түгел. Айырыуса минең һымаҡ өлкән йәштәгеләр өсөн. Ауыр­лыҡтарға бирешмәҫ өсөн, әлбиттә, ал­дан үҙеңде һәр яҡлап сыныҡтырырға кәрәк. Юлда айырыуса сабырһыҙлыҡ тигән насар ғәҙәт асыҡ күренә.
Йәшерәктәргә кәңәшем шул: сәфәр мәлендә өлкәндәргә ярҙам итеү ниәте менән сыҡһындар ине. Шуны алдан бе­лергә кәрәк: юлда битарафтар ғына тү­гел, ә ямандар ҙа осрай. Тимәк, үҙең белгән кешене юлдаш итеү хәйерле. Ғабдулла Туҡай әйткәнсә:
Илаһым, мин юлға сыҡһам,
Ямандарға юлыҡтырма.
Ғәзиз йәнемде алғанда,
Иманымды онотторма.
Ҡабатлап әйтәм: әҙәм балаһы хажға һәр яҡлап ныҡлы әҙерлек менән ба­рырға тейеш. Был ғибәҙәттең урында үҙ ҡағиҙәләре лә барлығын иҫтән сыға­рыр­ға ярамай. Мәҫәлән, Мөхәммәт ғә­ләй­һис-сәләмдең тормош юлын, башҡа пәйғәмбәрҙәр хаҡындағы ҡиссаларҙы, дин, хаж тарихын төплө белергә кәрәк.
Изге сәфәргә юлланырға ниәт ит­кән­дәргә мәсеттә төрлө ҡағиҙәләрҙе өй­рәтеп ебәрһендәр ине. Беҙ, мәҫәлән, 2008 йылда хажға бер ни белмәй юл­ландыҡ. Уҡырға кәрәк яҙмалар эҙлә­гәйнек тә, табып булманы. “Хаж ҡылыу тәртибе” тигән китапты самолетта ғына бирҙеләр. Уны юлда ла, барып еткәс тә уҡырға хәл булманы. Тәүҙә арытты, аҙаҡ ваҡыт тығыҙлығы мөмкинлек бир­мә­не. Һөҙөмтәлә китапты өйгә ҡайтҡас ҡына уҡыным. Баҡтиһәң, хаждың ҡайһы бер ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәмәгәнбеҙ, бәғ­зе доғаларҙы кәрәкле мәлендә уҡы­мағанбыҙ... Ярай әле, әсәйемдең бала сағымда дин, пәйғәмбәрҙәр хаҡында һөйләгәндәре хәтеремә тәрән һеңеп ҡал­ған. Аҙаҡ үҙем дә Ислам тарихын китаптар аша өйрәнгәйнем.
Беҙҙең менән барғандарҙың күбеһе­нең белеме тар ине. Ошо сәбәпле күптәр хажды мистика менән бутай. Ә мосолман изге урынға Аллаһ менән яҡындан “һөйләшергә”, Уға тәҡбир әй-тергә, гонаһтарын ярлыҡауын һорарға, ниҙер хаҡында ялбарырға бара. Һәр ҡәрҙәшебеҙҙең ошо изге мөрәжәғәттәре ҡабул булһын, иншаллаһ.
Хаж ҡылыуҙың төп маҡсатын аңла­мау сәбәпле, ҡайһы берәүҙәр ҡәҙерле минуттарын Аллаһҡа табынып үткәреү урынына юҡ-бар менән була, урам, магазин буйлап йөрөүгә күп ваҡытын бүлә, шауларға ла тартынмай. Изге ерҙә тәр­типкә ҙур иғтибар талап ителә.
Хажға тәү тапҡыр барырға йыйынған мосолман ҡәрҙәштәр төрлө дини ғилем сығанаҡтарын (улар хәҙер ифрат күп) табып өйрәнһен, кәрәкле доғаларҙы ят­ла­һын ине. Үҙең менән ниҙәр алып ба­рыу зарурлығы хаҡында ойоштороу­сы­лар әйтер. Ләкин уларҙың хаж тәрти­бен өй­рә­теренә өмөтләнмәгеҙ, ба­ры­һын да үҙегеҙ белеп барһағыҙ, сәфәрегеҙ бәрә­кәтле булыр.




(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512