Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гонаһты юя, рухты яҡтырта
– Өләсәйемдең “хажға барырға ине” тигән яҡты хыялы бала саҡтан күңелемә ныҡлы уйылып ҡалған. Мин, буй етеп, күптән ҙур тормош юлына баҫтым. Өләсәйем хәҙер юҡ инде... Уның теләген бойомға ашырғым – урынына хажға барғым – килә. Быны үтәй аламмы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Айгөл МОРАТОВА.
Хәйбулла районы.
– Бисмилләһир-рах­мә­нир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, алдан уҡ шуны әйтеп уҙайым: ошондай һорау бирерлек йәштәребеҙҙең булыуы – үҙе үк ҙур ҡыуаныс. Өлкән кешегә ни ҡәҙәр оло хөрмәт күрһәтелгән бит! Ә Исламда, белеүегеҙсә, атай-әсәйеңә, олатай-өләсәйеңә, үҙеңдән оло­ларға ҡарата ихтирам, иғтибар юғары урынға ҡуйылған. Һорауға шунда уҡ яуап бирәм: баҡыйлыҡҡа күскәндәр, шулай уҡ сәләмәтлеге, матди хәле етмәгәндәр өсөн хаж ғәмәлен атҡарырға мөмкин. Ләкин шуныһы бар: иң тәүҙә үҙеңдең ошондай буры­сыңды үтәү зарур. Тимәк, Айгөл ҡәрҙәш өләсәһе өсөн ғибәҙәт ҡылам ти икән, уға Пәйғәмбәребеҙҙең аяҡ эҙҙәре ҡалған изге ергә ике мәртәбә барып ҡайтырға кәрәк буласаҡ.
Ғөмүмән, Исламдың биш терәгенең береһе булған хажды үтәү өсөн әҙәм балаһының матди хәле етергә тейеш: юл, йәшәү өсөн сығымдарҙы ҡапларға кәрәк, өйөндә ҡалған ғаилә ағзаларының был мәлдә мохтажлыҡ кисермәүе мөһим. Өҫтәүенә йыраҡ сәфәргә сыҡҡанда сәләмәтлек мөмкин­лектәрен күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Намаҙ –тән, зәҡәт мал аша ҡылынһа, хаж бурысын үтәгәндә быларҙың икеһе лә мөһим.
Исламдың был терәге мосолмандан күп көс, иждиһат талап итә. Ауырлыҡтың тәүгеһе – юлдың алыҫлығы. “Сәфәр – ғазаптың бер өлөшө”, – тигән бит Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең бер хәҙисендә. Икенсенән, хаж ултырып ҡына ҡылына торған ғибәҙәт түгел: бик күп йөрөргә тура килә. Хәҙер, ярай әле, юлды самолетта йә башҡа транспортта уҙаһың. Ә борон бит ошо араны дөйәгә атланып йә йәйәү үткәндәр!
Хажға юлланыр алдынан сәфәрҙең ҡағиҙә­ләрен, фарыздарын, сөннәттәрен ныҡлап өйрәнер­гә, белгәндәрҙән һорашырға кәрәк. Һис ни тураһында хәбәрҙар булмай барып төшөүҙең күпмелер ауырлыҡ тыуҙырыуы ихтимал.
Һәр хәлдә, Аллаһ Тәғәлә беҙгә хажды фарыз иткән икән, бында ҙур, бөйөк хикмәт ята. Шуның береһе – бөтөн донъя мосолмандарының тупланыуы. Әҙәм балаһы бит ғүмеренең күп өлөшөн йортонда уҙғара. Уның араһында аҙнаһына бер мәртәбә йома намаҙына, йылына ике тапҡыр ғәйет байрамдарына барып, диндәштәре менән осраша. Ә инде хажда бөтөн донъя мосолмандарын күреү, уларҙың тын алышын тойоу, аралашыу, фекер алышыу мөмкинлеге тыуа.
Изге сәфәр әҙәм балаһын һәр яҡлап тәрбиәләй. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп, хаж ғибәҙәтен үтәгән кеше гүйә ки яңы тыуған шикелле гонаһтан паклана, уның күңеле, рухы яҡтыра. Элек был ғәмәлде атҡарып ҡайтҡандарҙың күбеһе халыҡтың яҡын кәңәшсеһенә, фекер биреүсеһенә, рухи етәксеһенә әйләнгән, ғилем бирә башлаған, иман йорттары төҙөгән. Хәҙерге хажиҙарыбыҙ ҙа (әл-хәмдү лил-ләһ, улар йылдан-йыл арта) иманлы ата-бабабыҙҙың изге юлын дауам итһен, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт күрһәтһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 274

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 720

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 326

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598