Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иман нуры һирпеп күңелгә
Иман нуры һирпеп күңелгә
Шакир ауылында тыуып үҫеп, тыуған яҡтарынан ситкә китмәй генә үҙ ерендә тир түгеп, хеҙмәт тәмен тойоп йәшәүселәр байтаҡ. Шулар рәтенә Фәнүз Даяновты ла индерергә була. Бөгөн ул ауылдың имам-хатибы Рәүил Садиҡов ризалығында мәсеттең эшен көйләп, намаҙҙарҙан ҡалмай иман юлында йөрөй.


Ете йыл бергә уҡыған класташы Сәбилә Ғәлимйән ҡыҙы менән 1963 йылда өйләнешеп, ғаилә ҡора. Алты балаға ғүмер биреп, донъяларын бөтәйтеп, һәр эшкә өлгөрөп йәшәй. 75 йәшлек ир-уҙаман тормошо хаҡындағы хәтирәләрен һүтеп, совхозда эшләгән осорон, Тымыҡ океандағы дүрт йыл әрме хеҙмәтен, дембелгә өлкән матрос дәрәжәһендә ҡайтыуын иҫкә төшөрҙө. Ул һалдат йылдарында татыу­лыҡтың ҡаҡ­шамаҫ булыуын, төрлө милләт вәкилдәре­нең, шул иҫәптән украиндар менән дуҫ­лы­ғын, берҙәмлеген һағынып һөйләп алды. Совхозда Фәнүз Хәтмулла улы ферма, келәт мөдире вазифаларын башҡара, тимерлектә лә тир түгә, 47 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға. Ҡатыны мәктәптә йыйыштырыусы, совхозда быҙау ҡараусы, һауынсы булып эшләй. Әле лә малдан өҙөлмәй улар. Сәбилә Ғәлимйән ҡыҙы хужалыҡ, йорт мәшәҡәттәренән бушамай. Ҡош-ҡорт та етерлек. Һөт йыйыусы булғанлыҡтан, көн дә аҡты тапшырып өлгөрөргә кәрәк.
— Ауылда йәштәр әҙ, бында донъя көтөргә ҡайтһындар ине. Почтаны таратыу­сы булмауы эсте бошора. Яҙылыуын-яҙылабыҙ ҙа ул, баҫманың ваҡытында килеүе мөһим. Был — етди мәсьәлә. Бик матур мәсетебеҙ бар, тик унда йөрөүселәр һирәк, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Нисек борсолмайһың инде? — тип тыуған яғы өсөн янып-көйгән Фәнүз Даяновты аңларға мөмкин.
“Зәңгәр экран”дарҙан көнө-төнө халыҡтың мейеһен ағыулауға ҡоролған шау-шыулы тапшырыуҙар, талаш-үлтереш һәм кире хис-тойғолар тыуҙырған кино, еңел тормошто хуп­лаусы һәр төрлө сериал, фильмдар йоғон­тоһо көслө заманда йәштәребеҙ ололар һүҙен дә ишетһә ине. Сәләмәт йәшәү рәүешен һайлап, күңелдәренә иман нуры һирпелдереп йәшәгәндә генә изгелеккә йүнәлтелгән тормошта мәғәнә барлығына Фәнүз Хәтмулла улы шикләнмәй.
Бөгөн бәхетле атай һәм олатай, әсәй һәм өләсәй үҙҙәренең 11 ейән-ейәнсәре, биш бүләһенә баштарынан кисергәндәрҙе бәйән итеп, иманлы өлгөлө йәшәүҙе, бер-береһенә яҡшы мөғәмәләне бәхеттең иң ҙуры тип һанай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 721

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599