Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баҡыйлыҡҡа доғалар менән оҙатайыҡ
– Мосолманды ерләү ҡағиҙәләре хаҡында һөйләһәгеҙ ине, Нурмөхәмәт хәҙрәт.

Рәсүл ҒҮМӘРОВ.
Ишембай районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-ра­хим!
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын донъяға килтереп, һәр ҡайһыһына айырым оҙонлоҡтағы ғүмер бүләк иткән. “Минең өммәтемдең ғүмере – алтмыш-етмеш араһында”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Мөнәжәттәрҙә лә әйтелеүенсә, Аллаһ Тәғәлә генә мәңгелек, башҡалар – үткенсе. Халҡыбыҙҙың “Үлем күҙ менән ҡаш араһында” тигән мәҡәле лә бар. Ошоға бәйле бер хикәйәтте лә иҫегеҙгә төшөрөп уҙайым. Кеше менән тулы (улар­ҙың араһында Хужа Насретдин да бар икән) кәмә диңгеҙҙә дауылға эләккән, ти. Бөтөн халыҡ ғауғалай, илай башлаған. Ә Хужа тыныс ҡына ултыра икән. Кәмә ярға имен килеп сыҡҡас, халыҡ уға аптырауын белдергән: “Үлемдән бер генә аҙымда булдыҡ бит. Ә һин тыныс ҡына ултырҙың. Нисек ҡурҡманың?” “Әжәл ҡоро ерҙә лә эргәбеҙҙә йөрөй инде”, – тип яуап биргән, ти, Хужа. Ысынлап та, ғүмер – үткенсе, ләкин мосолман үлемдән ҡурҡмай, донъяла ҡунаҡҡа килгән кеүек йәшәй. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Ерҙең хужалары беҙгә ниндәй генә хөрмәт, ихтирам күрһәтмәһен, бында ваҡытлыса ғына икәнебеҙҙе, бер көндө үҙ йортобоҙға ҡайтасағыбыҙҙы иҫтән сығармай йәшәргә тейешбеҙ. “Фани донъя – ахирәттең игенлеге”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Мосолмандар һәр саҡ бер-береһенең хәлен белешеп, күрешеп йәшәргә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кемдеңдер ауырып киткәнен белгәс кенә, уны күреп ҡалырға килеү осраҡтары йышайып китте. Ислам өсөн был бөтөнләй ят.
Пәйғәмбәребеҙ ҡушыуынса, әгәр кеше ныҡ ауырып, түшәккә ятһа, “Йәсин” сүрәһен уҡырға кәрәк. Һөҙөмтәлә әҙәм балаһы, ғүмере булһа, шәбәйеп китер, юҡ икән, уға йән биреүе еңелерәккә тура килер.
Баҡыйлыҡҡа күскән кеше тигеҙ урынға һалына, күҙе йомдорола, ауыҙы асылмаһын өсөн эйәге бәйләп ҡуйыла. Уны Ислам ҡанундарына ярашлы ғөсөлләндерәләр, аҡ кәфенгә (ирҙәргә – өс, ҡатындарға биш ҡатлы итеп тегелә) төрәләр. Артабан мәрхүмдең рухына тәһлил – 99 тапҡыр “Лә Иләһә Илләл-лаһ!” һүҙе – әйтелә. Уны, Аллаһ Тәғәләнең берлеген иҫбатлаған кәлимәне, йыйылған барлыҡ кеше бергәләп ҡабатларға тейеш. Был, беренсенән, мәрхүмгә доға булып барһа, икенсе яҡтан үҙебеҙҙе лә мәңгелек юлға әҙерләйбеҙ.
Унан йыназа уҡыла. Был ғәмәлде элек мәсеттә башҡарғандар. Әле лә шулай итеү дөрөҫ, әммә мөмкинлек юҡ икән, ишек алдында йәки зыяраттың ҡапҡа тышында уҡырға рөхсәт ителә.
Мосолмандың ҡәбере ләхетле булырға тейеш. Тупраҡты өҫтөнә туранан-тура һалыу Ислам ҡанунына тап килмәй. Мәрхүм ҡәбергә төшөрөлгәс, айырым доғалар әйтелә. Ерләгәндән һуң йәнә Ҡөрьән уҡылып, хәйер таратыла. Урындағы ғөрөф-ғәҙәткә ярашлы, был йолаларҙың төрлө ерҙә төрлөсә башҡарылыуы ихтимал.
Мосолман һәр саҡ пак, саф була, тәһәрәтле йөрөй. Ергә лә ошолай таҙа инһен өсөн уны вафатынан һуң оҙаҡ тотмай ерләргә кәрәк. Кемделер көттөрөп, тотҡарлау Исламға тап килмәй.
Ауылдарҙа өлкәндәрҙең күбеһе ҡәберенең ҡайҙа булырын алдан уҡ билдәләп ҡуя. Балалары ата-әсәһенең был васыятын үтәргә бурыслы. Ҡәберҙең ташына фотоһүрәт ҡуйыу кәрәкмәй, бындай иҫтәлектең өйҙә һаҡланыуы хәйерлерәк.
Мәрхүмде ғөсөлләндергәндә Ислам ҡағиҙәләрен белгән кешенең ҡатнашыуы мөһим. “Туғаны йыуындырырға тейеш түгел” тигән хәбәр динебеҙгә тап килмәй, ә ғөрөф-ғәҙәт кенә. Ғөсөлләндереүҙә йәштәрҙе лә ҡатнаштырырға кәрәк – өйрәнһендәр, юғиһә Ислам тәрбиәһенең киләсәк быуындарға барып етмәүе ихтимал.
Зыяратҡа барғанда ҡатын-ҡыҙҙың ҡатнашыуы бик уңай түгел. Күңеле йомшаҡ гүзәл зат мәрхүмде өй янынан ғына оҙатып ҡалыуҙы еңелерәк ҡабул итер. Ә инде ҡәбер эргәһенә аҙаҡ барып доға ҡылыуға Ислам ҡаршы түгел. Шул уҡ ваҡытта зыяратҡа йыш йөрөү ҙә рөхсәт ителмәй: мосолман, баҡыйлыҡҡа әҙерләнергә тейеш булһа ла, фани донъяла ла лайыҡлы йәшәү мөһимлеген онотмаҫҡа бурыслы.
Ҡәберлек өсөн элек-электән ҡалҡыу, һыу сыға алмаҫтай ерҙең һайланыуында ла ҙур хикмәт бар. Исламдың ошо ҡануны боҙолмаһын ине. Шул уҡ ваҡытта зыяраттарҙы тәртиптә тотоу мөһимлеген дә күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ.
Мәрхүмдәрҙе баҡыйлыҡҡа матур итеп оҙатырға, һәр саҡ иҫкә алып торорға насип булһын. Уларҙың хәҙер доғанан башҡа бер нигә лә мохтаж түгеллеген онотмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһ Тәғәлә биргән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, именлектә, татыулыҡта ғүмер итәйек, ахирәтебеҙҙең тыныс булыуы өсөн дә тырышлыҡ күрһәтәйек. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512