Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ЫШАНЫСТАН ЯРАЛҒАН ИЗГЕ ЕР
ЫШАНЫСТАН ЯРАЛҒАН ИЗГЕ ЕР
"... Ауырлыҡтарға, бәлә-ҡазаға сабырлыҡ, сыҙамлыҡ мөһимлеге йәһәтенән бер-береһенә өгөт-нәсихәт бирә белгән хаҡ мөьминдәр генә кәмселектә, хәсрәттә булмаҫ".

"Үәл-Ғасыр" сүрәһенән.


"... Унда барған кеше имен булыр".
"Әл-Ғимран" сүрәһенән.

Былтыр уларҙың һаны ете-һигеҙ миллион самаһы булған, тиҙәр. Үкенескә ҡаршы, путевкалар етерлек түгел. Мәҫәлән, уҙған йыл Учалы районынан дүрт кенә кешегә эләкте. Шул иҫәптән ирем Салауат менән миңә лә хаж ҡылырға насип итте. Илшат Хафизов ойошторған төркөмдә был изге ғәмәлде етенсе тапҡыр үтәгәндәр ҙә бар ине.
Хаж ҡылыу — Исламда бишенсе фарыз ғәмәл, әммә ул һаулығы һәм матди көсө еткән кешеләр өсөн генә мотлаҡ һанала. Аҡсаһы етеп тә, сәләмәтлеге самалылар һауҙарҙы яллай ала: сауабы икеһенә лә була, тиҙәр. Вафат булған атай-әсәй, туғандар өсөн дә хаж ҡылырға мөмкин икән. Бының өсөн иртә менән Мәккә ҡалаһының ситендәрәк урынлашҡан "Ғәйшә" мәсетенә барып, ғөсөл ҡойоноп, намаҙ уҡып, ниәт әйтергә кәрәк. Башҡа кеше өсөн ҡылынған изге ғәмәл "ғомра хаж" тип атала. Бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырып буламы ни? Беҙ ҙә унан ҙур теләк менән файҙаландыҡ: Стәрлетамаҡ, Ишембай яҡтарынан килгән апайҙар илә таң һарыһынан тороп, изге ғәмәлдәрҙе үтәргә тырыштыҡ. Хәйбулла районындағы Урыҫбай ауылында ер ҡуйынында ятҡан ғәзиз әсәйем Гөльямал Ғөбәйтулла ҡыҙы, унһыҙ инде бишенсе йыл ғүмер иткән атайым Зөфәр Сәлихйән улы, ҡәҙерле ҡартатайҙарым Сәлихйән Ғиләж улы, Ғөбәйтулла Мөьмин улы, ҡартәсәйем Сәлиха Билал ҡыҙы, өләсәйем Сабира Һауа ҡыҙы... Уларҙың урынын ожмах итеүен Хоҙайҙан ҡабат-ҡабат үтенеп, иман йортон ете тапҡыр тирәләп тәүәф ҡылып, Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһын ете ҡат буйлап, доғалар уҡып ялбарҙым. Аллаһ Тәғәлә, иншаллаһ, үҙемдең хажды ла, яҡындарым өсөн үткән ғомраны ла ҡабул ҡылһын, тамуҡ утынан һаҡлаһын, ожмах насип итһен!
Хаж ниҙән ғибәрәт һуң, тип ҡыҙыҡһыныусылар булыр. Ул Ҡәғбәтулла тирәләй тәүәф ҡылыу, артабан зәмзәм һыуын эсә-эсә, Аллаһ Тәғәләгә зекер итә-итә Сафа һәм Мәрүә тауҙарын ете тапҡыр урап сығыу (аралары — 395 метр, хәҙер ул — аҡ мәрмәрҙән эшләнгән киң коридор) ғына түгел, шулай уҡ дүрт көн палаткалар ҡаласығы Минала йәшәү; Рәхмәт тауы итәгендә Ғәрәфә көнөн доғалар уҡып үткәреп, кискеһен Мөздәлифә исемле яланда төн уҙғарыу; яҡындарың, үҙең өсөн ҡорбан салғандан һуң өс көн Жамарат тигән ергә барып, шайтанға таш атыу; унан яңынан Мәккәгә килеп, тағы фарыз тәләф ҡылыу; ҡайтыр ваҡыт еткәс, йәнә Ҡәғбәтулла менән хушлашыу тәүәфендә ете тапҡыр әйләнеү... Был изге ерҙәрҙә беҙҙең йәшәү башланған: атабыҙ Әҙәм илә инәбеҙ Һауа Минала һәм Ғәрәфәлә осрашып ҡауышҡан, Мөздәлифәлә беренсе төндәрен уҙғарған, тип һөйләне хаж ғәмәлен өсөнсөгә үтәргә килгән апайҙар.
ЫШАНЫСТАН ЯРАЛҒАН ИЗГЕ ЕРЕр йөҙөндәге барлыҡ милләт вәкилдәре осраны унда. Төрлө телдә һөйләшеүҙәренә ҡарамаҫтан, һәммәһе лә ҡулдарын бер иш күтәреп, Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп доға ҡыла, намаҙ уҡый. Тыныслыҡ, илаһилыҡ, тулҡынландырғыс, ғәжәйеп көндәр...
Егерме ике көндән һуң Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең йөрөгән юлдарынан 450 саҡрым төньяҡтараҡ урынлашҡан Мәҙинә ҡалаһына алып киттеләр. Ундағы Хәрәм мәсетенә йөрөргә, ҡайтыр алдынан Пәйғәмбәребеҙ ерләнгән йәннәт баҡсаһына инергә насип булды. Ваҡыт табып, Өхөд, Үгеҙ, Нур тауҙарына, Куба мәсетенә алып барҙылар, теләгәндәр Ҡыҙыл диңгеҙҙе барып күрҙе. Мәккәләге Ислам университетында уҡыған башҡорт, татар шәкерттәре төрлө урындың тарихы хаҡында һөйләне.
Бер нисә миллион хаж ҡылыусыны күсереп йөрөтөү өсөн 120 меңгә яҡын автобус йәлеп ителгән икән. Төрлө хәбәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй: тығындар булманы, әлхәмдү лил-ләһ, барыбыҙ ҙа имен-һау ҡайттыҡ. Кондиционерҙарҙың күп булыуы, шулай уҡ һыуыҡ һыу эсеү сәбәпле бер аҙ ауырышып ҡына алдыҡ. Әммә арабыҙҙағы ике табип тиҙ арала аяҡҡа баҫтырҙы. Был йәһәттән төркөм етәксеһе Илшат Хафизовтың ышаныслы, талапсан, сабыр, тәжрибәле етәксе булыуы, башҡорт, татар, урыҫ, ғәрәп, төрөк телдәрен яҡшы белеүе лә ҙур әһәмиәткә эйә булғандыр. Хатта ки 75 — 84 йәшлек апай-ағайҙар ҙа йүгереп йөрөп хаж ҡылып ҡайтты. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
25-се көн тигәндә Мәҙинә — Истанбул, Истанбул — Өфө самолеттары менән тыуған төйәгебеҙгә ҡайтып төштөк. Күстәнәстәр араһындағы иң ҙур бүләкте — "Ҡөрьән" китабын — Ватаныбыҙға ҡарай осор алдынан Мәҙинә аэропортында тапшырҙылар.
Хажға барғандар араһында йәштәрҙең күп булыуы ҡыуандырҙы. Ҡайһы бер илдәрҙән, мәҫәлән, Төркиәнән, Дағстандан, тотош ғаилә менән, хатта яңы тыуған сабыйҙарын алып килгәйнеләр. Был, бәлки, дөрөҫтөр ҙә. Юғиһә йыш ҡына: "Их, мин дә барыр инем, ауырыйым шул", — тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. "Хажыңды йәшлегеңдә үтә", — тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.
Тыуған төйәгемде, балаларымды ныҡ һағынһам да, ҡунаҡхананан автобустарға сығып ултырғас, күңелде бойоҡ хистәр ялмап алды, күҙҙәремә йәш тулды. Хушығыҙ, илаһи ерҙәр, изге Мәҙинә, Мәккә... Иншаллаһ, мин һеҙгә тағы ла килермен!
Рәмзиә УРЫҪБАЕВА, табип-терапевт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518