Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юлдаштар һалған яҡты эҙ
Юлдаштар һалған яҡты эҙ
Мәсеттәрҙең, мәҙрәсәләрҙең тарихы халҡыбыҙҙың яҙмышы, милли-мәҙәни үҙенсәлеге, әхлаҡи ҡанундары, ғөмүмән, барлыҡ булмышыбыҙ менән айырылғыһыҙ бәйле. Төбәк мәсеттәре, дини әһелдәребеҙ хаҡында мәғлүмәт аҙ, шуға күрә үҙем белгәндәрҙе булһа ла төйнәп ҡуйырға булдым.


Федоровка районының Юлдаш ауылында иң тәүге мәсеттең ҡасан төҙөлгәне билдәһеҙ, әлегә был тема өйрәнелмәгән. Әммә, белеүебеҙсә, унда борондан диндарҙар йәшәгән. XVIII быуаттағы карталарҙа өс ҙур ауыл — Үрге Юлдаш, Урта Юлдаш һәм Түбәнге Юлдаш — күрһәтелгән. Атайымдың һөйләүе буйынса, уларҙың мәсеттәрендә намаҙ, “Ҡөрьән” аяттары уҡып ҡына ҡалмағандар, ә вәғәздәр әйтелгән, урта, юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыусылар, тирә-яҡ ауылдарға мөғәллимдәр әҙерләнгән. Ялан бөрйән ырыуы башҡорттары шәжәрәһендә уларҙың Стәрлебаштағы данлыҡлы дини мәҙрәсәләр менән бәйләнеш тотҡаны хаҡында яҙып ҡалдырылған. Каруанһарайҙа юғары белем алғандар ҙа бар.
1811 — 1859 йылғы халыҡ иҫәбе кенәгәләрендә 1816 йылда Ҡулгилде Ҡунаҡҡужин — указлы мулла, Байбулат Ташбулатов (1799 — 1858) — указлы мулла һәм аҙансы, Абдулла Баҙарғолов, Хәсән Байегетов һәм Абдулхалиттың аҙансы вазифаһын үтәгәне теркәлгән.
Мәсеттәр янындағы мәҙрәсәләрҙә башлап белем алған билдәле шәхестәребеҙ байтаҡ. Мәҫәлән, Ғабдулла Ғәббәсов (1680 — 1764). Ул етем үҫкән, дини мәҙрәсәлә белем алған һәм, атаһының аманатына ярашлы, “Ялан бөрйән башҡорттары шәжәрәһе”н төҙөгән, башҡорт һәм ҡаҙаҡ балаларына тиҫтә йыл тирәһе ғилем биргән. Ғабдулла Ғәббәсовтың бөрйән башҡорттарының бер нәҫеленең килеп сығышын һәм таралышын күрһәткән генеологик яҙмаһының әһәмиәте бөгөн дә ҙур.
Зәйнәғәбдин Ғабдулла улы Ғабдуллин (1727 — 1807). Ул, ауылда алған белеменә өҫтәп, Өсөнсө Үҫәргән улусының билдәле муллаһы Рәхмәт Шафиҙа ун йыл уҡый. Егерме йыл үҙе балаларға белем бирә. “Ялан бөрйән башҡорттары шәжәрәһе”н дауам итеүсе лә ул.
Исҡужа Зәйнәғәбдин улы Ғабдуллин (1791 — 1859) атаһынан, унан Стәрлебаш мәҙрәсәһендә белем алған. Бер ыңғай шәкерттәргә иҫке төрки теленән дәрес биргән. Ғәрәп теленән — төркигә, төркиҙән ғәрәпсәгә тәржемә иткән хәлфә булараҡ та билдәле. Уның “Даһи хәлфә” тигән титулы булған. “Ялан бөрйән башҡорттары шәжәрәһе”н дауам итеп, улы Мәһәҙигә тапшырған.
XIX быуаттың билдәле шағиры Мөхәммәт бин Алтынсура Юлдашиҙың биографияһы иһә бәхәсле булып сыҡты. Ғилми китаптарҙа бирелгән дәлилдәргә ҡарағанда, ул 1822 йылда тыуған, атаһы Ырыҫмөхәмәтовтың дүрт улы, Көмөшбикә исемле ҡыҙы булған. Мөхәммәтхажи — уның икенсе улы, Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте. Хажимулла исеме менән шиғырҙар баҫтырған. 1852 йылда Үрге Юлдаш ауылында имам-хатип һәм мөҙәрис булып торған.
1811 — 1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыу кенәгәләрендә иһә шәжәрәһе башҡаса бирелгән. Нисек кенә булмаһын, был шәхес һәм уның ижады тулыһынса өйрәнеүҙе талап итә.
Исхаҡ Зәйни (Зәйнәғәбдинов) Абыҙйән улы (1886 — 1935) граждандар һуғышы осоронда Стәрлетамаҡ башҡорт театры труппаларын ойоштора. 1919 йылдың 8 ноябрендә Стәрлетамаҡтың “Мираж” кинотеатры коллективы тәү тапҡыр сәхнәгә сыға, Фәтхелҡадир Сөләймәновтың (Абдулҡадир Инандың) “Аҡшан батыр” пьесаһы ҡуйыла. “Был сәхнә һөйөүселәр башҡорт театрының беренсе бағанаһын ултыртыусылар булды”, — тип яҙған иҫтәлектәрендә Исхаҡ Зәйни.
Башҡорт АССР-ы төҙөлгәс, сәнғәт кадрҙарын әҙерләү, театрҙы артабан нығытыу маҡсатында 1919 йылдың авгусында Башҡорт мәғарифы халыҡ комиссариаты эргәһендә сәнғәт бүлеге асыла. Ырымбурҙа “Ширҡәт” театрын ойошторған тәжрибәле артист, режиссер Вәлиулла Мортазин уның мөдире урынбаҫары итеп эшкә саҡырыла. Ошо уҡ йылдың 4 декабрендә Башҡорт театры булдырыла һәм уның художество етәксеһе, режиссеры итеп В. Ғ. Мортазин-Иманский тәғәйенләнә.
“Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” пьесаһында Әпкәләй ролен Исхаҡ Зәйни кеүек юғары кимәлгә еткереп уйнаған артист юҡ”,— тип баһаланған. Ул шулай уҡ Фәтхелҡадир Сөләймәновтың “Салауат Юлаев” әҫәрендә — Юлай, Мөхәмәтша Буранғоловтың “Ашҡаҙар”ында Әсфән ролен башҡарған, театрҙың директоры, баш режиссеры вазифаһын да үтәгән, репертуарҙы байытыуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Театрҙа 16 йыл хеҙмәт итеп, яҡты эҙ ҡалдырып, бик йәшләй үпкә ауырыуынан үлеп ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Исхаҡ Зәйниҙең дә автобиографияһы, ижады башҡорт әҙәбиәтендә һәм театр сәнғәтендә тулайым яҡтыртылмаған. Темәстә Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендә уҙғарылған Башҡорт хөкүмәте съезы делегаты булыуы ла шәхестең күп яҡлы таланты хаҡында һөйләй.
Минең атайым Хәмиҙулла Ғилман улы Юлдашбаев (1889 — 1973) тыуған ауылында, унан Динис ауылы мәҙрәсәһендә ярым-ярты дүрт йыл ғына уҡыһа ла, күп телдә һөйләште, тарихты, географияны яҡшы белде. Хәтере һәйбәт булыуы менән ғүмер буйы кешеләрҙе ғәжәпләндереп, һоҡландырып йәшәне. Үҙе төҙөгән “Урал” колхозына 25 йыл буйына етәкселек итте.
Абдрахман Бикмөхәмәт улы Зәйнәғәбдинов (1898 — 1943) йәшләй етем ҡала, Ырымбур яҡтарында ялланып эшләй. Ваҡытлы хөкүмәт армияһына хеҙмәткә алынып, Октябрь революцияһы ваҡытында аҡ казактарға ҡаршы көрәшә. Каширин отрядында, Блюхер рейдында ҡатнаша. 1922 йылда Ырымбур педагогия техникумын тамамлағас, Йылайыр кантонының Темәс мәктәбенә эшкә ебәрелә. Артабан Түбә урта мәктәбе директоры, Баймаҡ районының халыҡ мәғарифы инспекторы булып эшләй, белем усаҡтары төҙөтә. Мәғариф өлкәһендәге уңышлы эштәре өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була.
Мәҙрәсәләрҙә белем алып, тарихыбыҙҙа яҡты эҙ ҡалдырғандарҙан үҙемә билдәле шәхестәрҙе генә иҫкә алдым. Киләсәк быуын уларҙы ныҡлы өйрәнер тип өмөтләнәм.
Әле иһә Юлдаш ауылында яңы мәсет эшләй. Ул 1998 йылдың 5 июлендә төҙөлдө.


Кәңәш

Мифтахетдин АҠМУЛЛА

Һүҙ һөйлә бер аҙыраҡ — юл ҡыҫҡарһын,
Ҡәләмдә ирек барҙа, ҡулға оҫтарһын.
Ғүмереңде яҡшыларға һөйкәлеп үт —
Һәр аунаған ереңдә бер төк ҡалһын.

Ғәҙеллек ҡыл, әгәр ҡунһа башыңа баҡ,
Мин-минлек ҡылма аслан, менһәң дә тау.
Мәсет һал, көсөң етһә, ил халҡына
Ғилем өйрәт, улың булһа, уҡыт һабаҡ.

Егеткә юлдаш булыр һөнәр, белем,
Күҙ һалмаһаң һөнәргә, китер ғәйебең.
Һыйланып, яҡшыларға иркә булһаң,
Таралып йорт өҫтөндә китер телең.

Донъяның барын теүәлләү килмәҫ ҡулдан —
Үҙең бер тапалған сыҡма юлдан.
Һөнәрең дә әхирәтлек юлдаш түгел —
Уйлап ҡара Әфләтунды — нисек булған!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511