Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...29.03.2019
Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике предприятие дүрт проекты менән таныштырҙы.

Шишмәлә эшҡыуарҙар орлоҡ эшкәртеү, киптереү һәм һаҡлау цехы, шыйыҡ ашламалар етештереү заводы асырға ниәтләй. Был проекттарҙы 2019 – 2020 йылдарҙа тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

Алкин ауыл биләмәһендә мелиорация системаһы төҙөү ҡарала. Тик проектлау барышында биләмәләге ике күперҙең техник документтары булмауы асыҡлана. Әле уларҙы хужаһыҙ тип танып, ауыл биләмәһе хакимиәте ҡарамағына тапшырырға, документтарҙы яйға һалырға ҡарар ителде. Был иһә проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк. Шулай уҡ ит эшкәртеү цехын газ үткәргескә тоташтырыу йәһәтенән дә ҡыйынлыҡтар тыуҙы, баҡтиһәң, тарифтар бик юғары булып сыҡты. Яҡын арала “Газпром” етәкселеге менән хаҡты түбәнәйтеү мәсьәләһен тикшерергә ниәтләйҙәр.



Вернуться назад