"Файҙаһы ҙур буласаҡ"28.03.2019
Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк баймаҡтар. Улар бөгөн өс инвестиция проектын ҡараны.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев әйтеүенсә, йүнселдәр тәҡдим иткән проекттарҙың береһе ауыл ерендә ағас эшкәртеүгә бәйле булһа, ҡалғандары төбәккә башҡа тармаҡтар буйынса килем килтереү маҡсатын ҡуйған.

“Инвестиция сәғәте”ндә проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса аныҡ ваҡыт билдәләнде, артабан тейешле хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итеү бурысы ҡуйылды.


Вернуться назад