Тәү сиратта – урман мәсьәләһе28.03.2019
Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Ғәлин, банк вәкилдәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Сарала ҡаралыуға тәҡдим ителгән проекттарҙың икеһе лә урман хужалығы тармағына бәйле булды: “ЙылайырСоюзЛесПром” һәм “Леспром-М” йәмғиәттәренә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды.

Уларҙың тәүгеһенә эшен артабан киңәйтеү, үҫтереү өсөн заманса урман етештереү техникаһы, яңы ҡорамалдар һатып алыуға дәүләт ярҙамы талап ителә. Икенсе йәмғиәт етәкселегенең ағасты тәрән эшкәртеү буйынса завод төҙөү теләге бар. Уларға ер тәҡдим ителде, шулай уҡ сеймал өсөн диләнкә кәрәклеге билдәләнде. Икенсе һорау Урман хужалығы министрлығында ҡаралғас, аныҡ яуап биреләсәк.

Шулай уҡ Иван-Ҡыуалат ауылынан йәш эшҡыуар икмәк бешереү цехы асыу буйынса үҙ һорауҙарын бирҙе. Белгестәр уға кәңәштәрен еткерҙе.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика