Уларҙың эш сифаты яҡшырһа...20.03.2019
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар ойоштора.

Өфөлә бындай саралар аҙна һайын үтһә, башҡа ҡала һәм райондарҙа – айына ике тапҡыр. Шулай уҡ улар өсөн быйылдан “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында һәм Федераль кадастр палатаһы филиалында стажировка үтеү мөмкинлеге тыуҙырылған. Әйткәндәй, ике айҙа 300-гә яҡын хеҙмәткәр белемен камиллаштырған.

– Бындай эш алып барыу ифрат мөһим, – тип белдерҙеләр “Росреестр”ҙың матбуғат хеҙмәтендә. – Ни өсөн тигәндә, Күп функциялы үҙәктә документтарҙы ҡабул итеү һәм күсермәһен эшләү сифаты бизнесты аныҡ, теүәл алып барыуға, Рәсәй төбәктәренең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәтен арттырыуға юл аса.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика