Квитанцияға күҙ һал: сүп-сар өсөн күпме түләйһең?13.03.2019
Башҡортостан сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн граждандарҙан икеләтә хаҡ түләтеү осраҡтары асыҡланған 30 төбәк иҫәбенә инде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Таҙа ил” проекты эксперттары ошо туралағы мәғлүмәттәрҙе Рәсәйҙең Генераль прокуратураһына тапшырҙы.

Партия проекты координаторы, Дәүләт Думаһының Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитеты рәйесе Владимир Бурматов әйтеүенсә, Башҡортостан уҙған аҙнала ялыуҙар һаны буйынса беренселекте яулаған. 13 мартҡа Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетына ошоға бәйле 88 мөрәжәғәт килгән. Уларҙың барыһы буйынса аңлатма бирелгән, пландан тыш 12 тикшереү үткәрелгән.

“Таҙа ил” проектының төбәк йәмәғәт советы рәйесе Олег Калинин ҡаты ҡалдыҡтарҙы ситкә сығарыу өсөн түләү темаһының партия ағзалары тарафынан айырым контролгә алыныуын билдәләне.


Вернуться назад