Тауарың үтемле булһа, һин дә ҡатнаш06.03.2019
Республикала “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары “ Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы – “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” йыллыҡ бәйгеһе башланды.

Үҙ эшенә объектив баһа алырға теләгән ойошмалар һәм эшҡыуарҙар сарала ҡатнашыу өсөн 1 апрелгә тиклем ғариза һәм тейешле материалдарҙы тапшырыу мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, конкурста “Иң яҡшы сифат менеджменты системаһы” һәм “Сифат буйынса иң яҡшы менеджер” кеүек номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк.

Төбәк этабын уңышлы үткәндәр федераль кимәлдә көс һынаясаҡ.



Вернуться назад