Башҡорт урманының яҙмышы хәл ителә01.03.2019
Бөгөн Ҡариҙел районы үҙәгендә Урман форумы үҙ эшен башланы. Республикабыҙҙа беренсе тапҡыр ойошторолған бындай йыйын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткәрелә.

Йәшәү сығанағы булған йәшел байлығыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеүҙе маҡсат итеп ҡуйған форумда Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, район хакимиәттәре башлыҡтары, республиканың Урман хужалығы министрлығына ҡараған ойошмалар, урман сәнәғәте комплексы предприятиелары, урман участкаларын ҡуртымға алған урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ берәмектәре ҡатнаша. Түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм пленар ултырышта урманға дәүләт идаралығының йоғонто кимәле, урманды күп маҡсатлы файҙаланыуҙың киләсәге, был тармаҡтағы эшыҡарлыҡҡа ярҙам һәм башҡа проблемалар тураһында фекер алышыу планлаштырылған.

Форум башланыр алдынан урман предприятиелары етештергән продукция төрҙәренең һәм урман техникаһының күргәҙмәһе асылды.


Вернуться назад