Һаҡлыҡ банкы тәҡдим итә26.02.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Республика йортонда "Һаҡлыҡ банкы" йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Олег Ғәниев менән осрашты.

Төбәк етәксеһе финанс ойошмаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең көнүҙәк булыуын билдәләне.

– Был республика халҡы өсөн бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ берлектә күп проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Банк менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында бер нисә килешеү төҙөлгән, иҡтисадҡа булышлыҡ ҡылыуҙың яңы формалары даими эшләнә.

Осрашыуҙа төрлө өлкәлә артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре хаҡында фекер алышынды. Атап әйткәндә, банк сәнәғәт, ауыл хужалығы, инфраструктура, мәғариф өлкәләре, социаль тармаҡ проекттарына финанс ярҙам күрһәтергә әҙер.

Олег Ғәниев әйтеүенсә, автомобиль юлдарына фото һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыуҙа ла булышлыҡ ҡылыу ҡарала. Тағы бер йүнәлеш – Ислам банкингын үҫтереү. Мәғарифҡа килгәндә, банк тарафынан “Рәсәй өсөн уҡытыусы” йәмәғәт программаһы тормошҡа ашырыла, Башҡортостан был проектҡа ҡушыла ала.

Республика етәксеһе өлөшләтә төҙөлөштө финанслау талаптары үҙгәреүгә лә иғтибарҙы йәлеп итте, төбәктә төҙөүселәрҙең эшмәкәрлеген ҡануниәткә ярашлы итеү йәһәтенән ҙур эш башланғанын белдерҙе.

– Беҙ штаб, нигеҙҙә, минең рәйеслектә ведомство-ара эш төркөмө булдырырға һөйләштек. Уның составына Һаҡлыҡ банкынан да вәкил инһен, – тине Радий Хәбиров. – Арала хоҡуҡ һаҡлау органдары, прокуратура белгестәре буласаҡ. Беҙ даими йыйылып, төҙөүселәр менән аныҡ эш алып барырға ниәтләйбеҙ. Улар шуны аңларға тейеш: хеҙмәттәрендә ярҙам итергә әҙербеҙ, шул уҡ ваҡытта граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡбыҙ.


Вернуться назад