Өфөлә нисә подъезд ремонтлана?19.02.2019
Быйыл баш ҡалабыҙҙа 548 йорттағы 1600 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана. Ошо маҡсатҡа 454 миллион һум бүленә.

Капиталь ремонт буйынса төбәк программаһына бөтәһе 4974 күп фатирлы йорт һәм 13 753 подъезд инә. Алты йылға иҫәпләнгән подъездарҙы төҙөкләндереү программаһына 3604 йорт һәм 10 313 подъезд эләккән. Исемлек Өфө хакимиәте сайтында баҫылған.

2024 йылға тиклем Башҡортостанда 26 мең подъезды ремонтлау ҡарала, шуларҙың дүрт меңен – быйыл. Был эш 15 апрелдә башлана һәм 1 ноябргә тамамлана.






Вернуться назад