Беҙҙең төҙөүселәрҙең программаға инә алмауы ихтимал18.02.2019
Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә ултырыш үткәрҙе.

Билдәле булыуынса, 12 февралдә уҙған Дәүләт советы президиумы кәңәшмәһендә торлаҡ төҙөлөшө һәм уңайлы ҡала мөхите мәсьәләләре тикшерелгәйне. 1 июлдән тармаҡта проектлы финанслауҙың яңы схемаһы эшләй башлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандағы күп төҙөлөш ойошмаларының теге йәки был критерийҙар буйынса был программаға инә алмауы ихтимал. Ошоно күҙ уңында тотоп, төҙөүселәр менән берлектә фекер алышыу, тейешле методик ярҙам күрһәтеү мөһим.

– Торлаҡ төҙөргә кәрәк, маҡсатлы күрһәткестәрҙе берәү ҙә юҡҡа сығармаған, – тине Радий Хәбиров. – Төҙөүселәр менән һөйләшеү башлауҙы һорайым. Шулай уҡ финанс институттары эшенә иғтибарлы булырға кәрәк – банкирҙар беҙҙең төҙөүселәргә кәрәгенән артыҡ талаптар ҡуймаһын.

Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев проблемалы объекттар төҙөлөшөн тамамлау һәм өлөшсөләр менән хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһы үтәлгәне тураһында хәбәр итте.

Төбәк етәксеһе һәр объект буйынса аныҡ һәм тормошҡа ашырлыҡ юл карталары булдырылырға тейешлеген билдәләне.

– Схемаларҙы 1 мартҡа әҙерләргә һөйләшкәйнек. Эш күләменең ҙурлығын аңлайым. Кәрәк икән, билдәләнгән ваҡытты оҙайтырға мөмкин, әммә проблеманы хәл итеү варианттары аныҡ булһын, – тине Радий Хәбиров һәм киләһе ултырышта юл карталарының әҙерлеге буйынса отчет бирергә ҡушты.


Вернуться назад