Француз компанияһы ниндәй ярҙам күрһәтәсәк?14.02.2019
XIX быуат уртаһынан эшләгән алдынғы корпорация – SUEZ француз компанияһы – Башҡортостанға экологик зыянды бөтөрөүгә һәм Өфөнө “аҡыллы”, һөҙөмтәле ресурслы ҡалаға әйләндереүгә йүнәлтелгән проекттар булдырырға ярҙам итәсәк.

Күҙалланыуынса, республиканың баш ҡалаһында коммуналь хеҙмәттәр иң юғары халыҡ-ара стандарттар буйынса күрһәтеләсәк.

Француз компанияһы сәнәғәт һәм коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә, һыу менән тәьмин итеүҙә, һыуҙы таҙартыуҙа донъяуи лидер булып тора, шулай уҡ заманса ҡала мөхите булдырыу системаһында, ҡалдыҡтар һәм һыу ресурстары менән идара итеүҙә махсуслашҡан.

Ике арала төҙөлгән килешеүҙә билдәләнгәнсә, компания етештереү эшмәкәрлегенән килгән экологик зыянды бөтөрөү өсөн заманса процестар, технологиялар индерергә әҙер.


Вернуться назад