Яңы тимер юл тармаҡтары кәрәк13.02.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Транспорт министрлығы етәкселегенә республикала яңы тимер юл тармаҡтары төҙөргә тәҡдим иткән.

“Улар Куйбышев, Горький һәм Көньяҡ Урал тимер юлдарын тоташтырасаҡ. Был Өфө – Нефтекама һәм Сибай – Бүребай – Һары. Тема бик перспектив, уның менән Транспорт министрлығының профилле структуралары шөғөлләнәсәк”, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе Өфөнө көньяҡтан урап үткән тимер юлын яңыртыу мөмкинлеге хаҡында ла белдерҙе.

Радий Хәбиров шулай уҡ Рәсәйҙең Транспорт министрлығында Ағиҙелдең ике күперен ялғау, Салауат Юлаев проспектын төҙөүҙе дауам итеү хаҡында кәңәшләшкән.


Вернуться назад