Пенсияға биш йыл ҡалдымы? Һөйөнсө!12.02.2019
Хаҡлы ялға сығыу йәшенә етеп килгән кешеләр быйылдан башлап ер һәм мөлкәт һалымы буйынса ташламаға хоҡуҡлы. Ер һалымы буйынса алты сутый участканың кадастр хаҡы күләмендә һалым ҡайтармаһы түләнә. Мөлкәткә һалым буйынса бер фатирға, бер торлаҡ йортҡа һалым түләүҙән бушатыу ҡарала.

Элегерәк бындай хоҡуҡ граждан пенсияға сыҡҡас ҡына барлыҡҡа килә ине. Хаҡлы ялға сығыу йәшенә етеп килгәндәр иҫәбенә пенсия тәғәйенләүгә биш һәм унан аҙыраҡ ваҡыт ҡалған граждандар инә.

Ташламаны алыу өсөн һалым органдарына ғариза яҙырға кәрәк. Шулай уҡ Пенсия фондынан алынған хаҡлы ялға сығыу йәшенә етеп килеүҙе раҫлаған белешмәнең реквизиттарын күрһәтеү шарт. Белешмә ҡағыҙын йәшәгән урын буйынса Пенсия фонды бүлексәһенән йәки күп функциялы үҙәк офисынан алырға мөмкин.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика