Бында йәштәрҙең киләсәге лә хәстәрләнә06.02.2019
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе Рәсәйҙә авиация двигателдәре әҙерләү һәм етештереү буйынса ҡеүәтле предприятие булып тора. Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уның цехтарын ҡараны.

Былтыр берекмәлә импортҡа алмаш программаһы буйынса ВК-2500 двигателе компоненттарын сығарыу менән шөғөлләнгән 185-се етештереү-технология үҙәге ойоштороу йәһәтенән эш тамамланғайны. Предприятиеның идара директоры Евгений Семивеличенко белдереүенсә, был компоненттар вертолет двигателдәре өсөн файҙаланыла. Әле берекмәлә тағы ла өс етештереү-технология үҙәге булдырыла, уларҙа юғары технологиялы 250 ҡорамал урынлаштырыласаҡ.

Радий Хәбиров шулай уҡ берекмәнең йыйыу цехының, авиация технологиялары технопаркының эшмәкәрлеге менән танышты. Уларҙың икенсеһендә Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттарына практика үтеү өсөн майҙансыҡ булдырылған Унда - коворкинг-зонала - шулай уҡ техник ижад менән шөғөлләнгән мәктәп уҡыусыларына ла дәрестәр үткәрелә.


Вернуться назад