Сәнәғәтселәр өсөн фестиваль ойошторолһа...02.02.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә вертолет эшләүҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Сарала Күмертау авиация етештереү предприятиеһының идара директоры Николай Фролов ҡатнашты.

Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, “Рәсәй вертолеттары” холдингына ингән Күмертау авиация етештереү предприятиеһында һуңғы йылда етештереү күләме һиҙелерлек артҡан. Быйылға заказдар портфелен формалаштырыу дауам итә.

Радий Хәбиров етештереүҙе артабан төрләндереү мөһимлеген билдәләне: мәҫәлән, санитар авиация һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ихтыяждары өсөн дә вертолеттар, пилотһыҙ осоу аппараттары кәрәк.

Кәңәшмәлә шулай уҡ Күмертау авиация етештереү предприятиеһы хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлау мәсьәләһе тикшерелде, был йәмғиәттең социаль-иҡтисади үҫештәге әһәмиәте билдәләнде.

Республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы вәкилдәре Күмертауҙың “Воротыновка” аэродромы базаһында пилотһыҙ техника етештереүселәрҙең I Бөтә Рәсәй фестивален үткәреү тәҡдимен еткерҙе. Был сағыу, ҡыҙыҡлы тамаша ғына түгел, тармаҡтағы алдынғы предприятиеларҙың ҡаҙаныштарын, иҡтисади ҡеүәтен күрһәткән сара ла буласаҡ.

Радий Хәбиров тәҡдимде хупланы, фестивалгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса юл картаһы эшләргә ҡушты.


Вернуться назад