Шишмәлә эш буласаҡ01.02.2019
Республика етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә Шишмәлә үҫемлек майын тултырыу проекты хупланды.

Инвестор – “Шишмә” асыҡ акционерҙар йәмғиәте тәүлегенә 600 тонна май етештергән заманса цех төҙөргә ниәтләй. Киләһе өс йылда предприятие ике миллиард һумдан ашыу күләмдә инвестиция һалыуҙы, тиҙҙән 86 яңы эш урыны булдырыуҙы планлаштыра.

Кәңәшмәлә шулай уҡ “Газпром газ-мотор яғыулығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең республикала газ тултырыу буйынса компрессор станциялары төҙөү проекты ҡаралды. Ике йылда Нефтекамала, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Дүртөйлө һәм Шишмә райондарында ошондай станциялар асыу күҙаллана.





Вернуться назад