Чубайс нимәгә ишара яһай?18.01.2019
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә энергияны һаҡлау һәм энергетиканың йоғонтололоғо тураһында”ғы Закондың үтәлешен тикшерҙе. Был ҡануни документ 2003 йылда уҡ ҡабул ителгән, ләкин үтәләме һуң?

Ултырышта доклад менән республиканың иҡтисад һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Илдар Шахмаев сығыш яһаны. Ул һөйләгәндә “Роснано” етәксеһе Анатолий Чубайстың кисә генә бөтә интернет буйлап таралған белдереүе иҫкә төшмәй ҡалманы: ул Рәсәйҙә электр энергияһының үтә арзан булыуы, уның әрәм-шәрәм ителеүе һәм шул арҡала был тармаҡтың үҫешенә ҙур тотҡарлыҡ тыуыуы тураһында әйткәйне.
“Энергияны һаҡсыл тотоноу буйынса ҡабул ителгән федераль программа өсөн йөҙҙәрсә миллион һум аҡса бүленгән, ә бының һөҙөмтәһе бармы?

Былтыр йәки аҙаҡҡы бер нисә йылда был экономиялау нисә процент тәшкил итте?” Министр урынбаҫары депутаттарҙың ошо һәм башҡа һорауҙарының береһенә лә яуап бирә алманы. Ни өсөн? Был ултырыш тураһындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ.




Вернуться назад