Миллион һумдан ашыу зыян18.01.2019
Ғәҙәттә, яңы йыл алдынан рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡыусылар һаны ҡырҡа арта. Ылыҫлы урманды һаҡлап ҡалыу өсөн Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы тәртип һаҡлау органдары, һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Шыршы” операцияһы уҙғара.

Былтыр ошо маҡсатта 2651 рейд ойошторолған. Сара барышында 20 осраҡ асыҡланған. Рөхсәтһеҙ ҡырҡылған 602 төп ылыҫлы йәш үҫентенең 553-ө Бәләбәй районы биләмәһенә тура килә. Тәбиғәткә бөтәһе 1,2 миллион һум күләмендә зыян килтерелгән.

Бынан тыш, башҡа үҫентеләрҙе урлауҙың 24 осрағы асыҡланған, йәғни 122,6 кубометр ағас әрәм ителгән. Дөйөм зыян 1,4 миллион һумға еткән. Алты осраҡ административ тәртиптә ҡаралһа, 18-е буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн мәғлүмәт Эске эштәр министрлығына тапшырылған.




Вернуться назад