Бер йомортҡа — бушлай17.01.2019
Һатып алыусылар Яңы йылда йомортҡаға хаҡтарҙың күтәрелгәнен күреп, бер аптыраһа, элекке бер тиҫтә урынына туғыҙ йомортҡа һалынған ҡаптарға йәнә ғәжәпкә ҡалды. Халыҡ быны эшҡыуарҙарҙың “хәйләле” аҙымы тип баһаланы, был хәл менән бәйле төрлө көләмәстәр ҙә йөрөй.

Ә бына “Космос групп” агрохолдингының яңы йыл сюрпризы күптәргә оҡшар. Улар ҙа йомортҡаны туғыҙ даналыҡ ҡаптарҙа етештерәсәк, әммә бер йомортҡа бушлай буласаҡ, һатып алыусы һигеҙ йомортҡаның ғына хаҡын түләйәсәк, тип ышандыра компания вәкилдәре.





Вернуться назад