“Төҙөлөш сәғәте”ндә – ҡәтғи талаптар15.01.2019
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” форматында кәңәшмә үткәрҙе.

Сарала проблемалы объекттарҙағы эш барышы тикшерелде. Яуаплы кешеләр белдереүенсә, 2018 йыл аҙағында сафҡа ингән йорттарҙа фатир тапшырыу бара. Алданған өлөшсөләр өсөн булдырылған “ҡыҙыу бәйләнеш” аша августан алып 500-ҙән ашыу гражданға консультация бирелгән.

“Миловка паркы”, “Яңы Булгаков” комплекстарындағы проблемалы объекттарға бәйле төҙөүселәр менән өлөшсөләр ҡатнашлығында кәңәшмәләр уҙғарылған.




Төбәк етәксеһе ике арала конструктив һөйләшеүҙәр алып барылырға тейешлеген билдәләне. “Өлөшсөләр менән аралашыу системаһы булдырылды, һөҙөмтәлә көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Осрашыуҙар даими уҙғарылырға тейеш. Улар буйынса раҫланған протоколдар менән инициативалы төркөм вәкилдәрен таныштырырға, артабан өлөшсөләр алдында отчет бирергә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.


Вернуться назад