Тәҡдимдәр әҙер. Инвесторҙар ни тиер?10.01.2019
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров быйыл беренсе тапҡыр “Инвестсәғәт” форматында инвесторҙар менән осрашыу уҙғарҙы. Сарала дүрт проект тикшерелде.

Ултырышта экспорт йүнәлешендәге “Шаранагрогаз” ауыл хужалығы предприятиеһы булдырыу хаҡында һүҙ барҙы. Проектты тәҡдим иткән Мансур Латипов әйтеүенсә, быға нигеҙ булырҙай производство бар, уны сәсеүлек майҙандарын киңәйтеү, сеймалды тулыһынса эшкәртеү, һатыуҙы тотороҡландырыу иҫәбенә үҫтереү күҙ уңында тотола. Ашлыҡ продукцияһын – Ҡытайҙың Чунцин провинцияһындағы партнерҙарға, ит сеймалын Өфө районындағы эшкәртеү предприятиеһына ебәреү ҡарала. Инвестицияның дөйөм күләме 225 миллион һум буласаҡ.

Бынан тыш, Стәрлетамаҡта лифт ҡоролмалары етештереү буйынса завод төҙөү, Шаҡша биҫтәһендә “Сигма” ауыл хужалығы продукцияларын таратыу үҙәге һәм “ПромҮҙәк” индустриаль паркы биләмәһендә етештереү-һаҡлау комплексы булдырыу проекттары тәҡдим ителде.


Вернуться назад