Ауыл ерендә пенсия артты10.01.2019
1 ғинуарҙан ауылда йәшәгән һәм ауыл хужалығында 30 йыл стажы булған эшләмәгән пенсионерҙарға страховка пенсияһына өҫтәмә 25 процентҡа артты. Ауыл хужалығында эш стажын иҫәпләү өсөн Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған Эштәр, производстволар, һөнәрҙәр, вазифалар, белгеслектәр исемлеге ҡулланылған.

Төп эшмәкәрлек төрө ауыл хужалығына ҡарамаған ойошмаларҙа һәм учреждениеларҙа (мәктәптәрҙә, ауыл хакимиәттәрендә, фельдшерлыҡ һәм медицина пункттарында һ.б.) эшләгәндәргә был өҫтәмә түләнмәй.

Ауыл хужалығы тармағында (үҫемлекселектә, малсылыҡта, балыҡсылыҡта) 30 йыллыҡ эш стажы хеҙмәт кенәгәһендә тейешле яҙма менән раҫланмаған пенсионерҙар өҫтәмә алыу өсөн Пенсия фонды идаралығына тейешле документ тапшырырға хоҡуҡлы.

Башҡортостанда бындай өҫтәмәне 51 мең кеше аласаҡ. Ғинуарҙа ауыл халҡына пенсия 1 333,54 һумға артасаҡ. Аҡсаны алыу өсөн ғариза тапшырыуҙың кәрәге юҡ.


Вернуться назад