Сит илдән посылка түләүле буласаҡ09.01.2019
“Рәсәй почтаһы” 9 ғинуарҙан Федераль таможня хеҙмәтенә һәр бер халыҡ-ара посылка, уны ебәргән кеше, бер ай эсендә һатып алынған тауарҙарының дөйөм хаҡы һәм ауырлығы тураһында мәғлүмәт ебәрә башланы.

Хәҙер сит ил интернет-магазиндарында 500 евронан артығыраҡ хаҡҡа һатып алынған йәки 31 килограмдан күберәк тартҡан тауар өсөн граждандар уның хаҡының 30 процентын, әммә лимиттан тыш һәр бер килограмм өсөн дүрт евронан да кәмерәк булмаған күләмдә иғәнә түләй.

2020 йылдан илгә бушлай индерелгән тауар хаҡы тағы ла кәметеләсәк – айына 200 евроға тиклем. Ә бына ауырлыҡ сиге шул уҡ ҡаласаҡ (31 килограмм).


Вернуться назад