Һалым артҡас, хаҡтар ҙа үҫә…07.01.2019
Яңы йыл башынан өҫтәмә хаҡҡа һалым (НДС) 18 проценттан 20-гә тиклем арттырылды, әммә үҙгәрештәр бөтә тауарҙарға ла ҡағылмай.

Социаль әһәмиәтле тауарҙарға һалым артмаясаҡ. Был төркөмгә ит һәм ит аҙыҡтары (деликатестарҙан башҡа) һөт һәм һөт аҙыҡ-түлектәре, йомортҡа, үҫемлек майы, шәкәр, тоҙ, икмәк, он, ярма, тере балыҡ инә. Әммә балыҡтың ҡиммәтле төрҙәренә, йәшелсә һәм балалар туҡланыуы тауарҙарына хаҡтарҙың артыуы көтөлә.

Өҫтәмә хаҡҡа һалымдың арытыуы балалар өсөн трикотаж һәм тегеү әйберҙәренә, уйынсыҡ, аяҡ һәм баш кейем, карауат, матрас, коляска кеүек тауарҙарға ҡағылмаясаҡ. Шулай уҡ һалым ставкаһы мәктәп уҡыусылары өсөн кәрәк-яраҡҡа, мәҫәлән, дәфтәр, альбом, пенал кеүек әйберҙәргә үҙгәрмәйәсәк. Медицина изделиелары өсөн дә һалым ставкаһы үҙгәрешһеҙ ҡала.

Ә кәнфит, чипсы, алкоголле эсемлектәр, һыра, колбаса, ит деликатестары, мандарин, еләк-емеш, карбонад һәм башҡа ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте ҡиммәтерәк хаҡҡа һатып аласаҡбыҙ.


Вернуться назад