Башҡа ерҙә бындай машина эшләмәйҙәр31.12.2018
Ишембайҙағы “Витязь” машиналар эшләү компанияһы Силәбенең механика заводы менән бергә быйыл ике звенолы транспортер базаһында яңы модификациялы технологик комплекс уйлап тапҡан. Илдең электр селтәре хужалығында бындай машиналар юҡ.

Машина Алыҫ Себер райондарында электр биреү линияһында аварияларҙы бөтөрөү һәм ремонт эшләүҙә файҙаланыласаҡ. Ул һаҙлыҡта, ҡар сиҙәмендә, юлһыҙлыҡта, урман араһында эшләүгә тәғәйенләнгән. Быға тиклем ремонтсылар үтә ауыр шарттарҙа юл һалырға йәки вертолет менән барырға мәжбүр ине.

Теләһә ниндәй юлдан йөрөй ала торған машина ремонтсылар бригадаһына уңайлы кабина менән йыһазландырылған. Ҡоро ерҙә машина – сәғәтенә 35 километр, һыуҙан дүрт километр тиҙлек менән йөрөй ала.


Вернуться назад